Ҡалаға ҡунаҡҡа килгәс, яҡын танышымдың ҡыҙы менән һөйләшеп ултырырға тура килде. Уның аша башҡа тугандарының хәлдәрен белешергә ине иҫәбем. Тик ул, бер-береһенә яҡын ғына йәшәһәләр дә, аралашмауҙарын, осрашҡанда ла, сәләм алып, сәләм бирешеүҙән ары уҙмауҙары хаҡында һөйләне.
Нисек шулай йәшәргә мөмкин, тип, бөтөнләй аптырашта ҡалдым. Ҡыҙға үҙемдең алыҫ туғандарым, класташтарым, дустарым, хатта бергә армияла хеҙмәт иткән яҡташтарым менән дә хәбәрләшеп, ваҡыт булғанда, ҡунаҡҡа йөрөшөп тороуом тураһында әйттем.
Күңел байлығы тураһында ла һөйләй башлағас, йылмайып тыңлап торған һылыуҙың түҙемлеге бөттө. Мине бүлдереп:
- Ағай, ҡалдыр үҙеңдең «ауыллығың»ды, миңә аҡыл өйрәтеп ваҡытымды алма, үҙеңдекен лә сарыф итмә, - тип, кәңәш бирҙе. – Беҙ бит икенсе төрлө тәрбиә алған, һеҙҙеңсә, «юғалған», тәрбиәһеҙ быуын кешеләребеҙ. Миңә үпкәләмә лә, йүләргә лә һанама. Беҙ тормошто һеҙҙән яҡшыраҡ аңлайбыҙ. Һинең фәлсәфәң туҡ тамаҡҡа ғына ярай ул. Ә бына тамаҡ аслығы кешене бүре итә...
Был хәлдең дауамы гәзиттә баҫыла.
Автор фотоһы.