Хозур һиллек.
Әйтерһең дә, бына
Баҡсаһына индем ожмахтың.
Күктәр тағы-тағы бейекләнде,
Сағыулығы күмде ҡояштың.
Барыһы ла бында бөйөк сафта!
Улар бында, гүйә, бер бөтөн.
Бар өмөтөм һүнгән кеүек булды...
Юҡ, тантана итте өмөтөм!
Улар бөгөн тереләрҙән тере!
Улар рухы һаман алышта:
Ил эсендә һынсыл сырайҙары,
Ил сигендә сая ҡараштар.
Был дәүләттең тарихтары тәрән,
Яугир һынлы тотош манзара.
Көрәш менән алыш араһында,
Алыш менән һуғыш араһында,
Һуғыш менән солох араһында
Ғүмер - яугир өсөн был ара.
Лариса Абдуллина.
https://vk.com/asilikulkisi