Һөнәрем буйынса ашнаҡсымын. Ике йыл элек балаларға туй эшләйем тип алған кредиттарҙы түләрлек тә аҡса эшләй алмағас, йыйындым да Себер тарафына юлландым. Йоҡоһоҙ төндәремдә шул кредит һаҙлығынан сыҡһам ҡалған ғүмеремдә бер ҡасан да кредит алмаясағыма анттар иттем.
Барып урынлаштым тайгала нефть быраулау учаскаһына. Эшселәр күп, төрлө ерҙән йыйылғандар араһында төрлө холоҡлолары бар. Минең һымаҡ рәхәт көндән килмәгән ашнаҡсы ҡатындарҙың да һәр береһенең үҙ яҙмышы.
Беренсе сменанан һуң арыуым еткәндер инде, бер ни белмәй йоҡлағанмын. Көн оҙоно аяғөҫтө торғанлыҡтан аяҡтар шешә, ҡулдар һыҙлай, әммә аҡса бөтәһенә лә түҙергә мәжбүр итә. Йоҡоға һаҡмын: төндә күрше карауатта йәш ҡатындың күкрәгенән сөбөрләтеп кенә һөт һауғанына уянып киттем.
Иртәгәһенә бүлмәләшем үҙенең яҙмышы тураһында бәйән итте. 23 йәшлек ҡатындың иптәше иҫерек килеш руль артына ултырып, үлемесле авария эшләй. Фажиғәлә 6 йәшлек бала вафат була. Хәҙер шул сабыйҙың ата-әсәһе уларҙан мораль зыянды ҡаплатыу өсөн ҙур ғына сумма аҡса һорай икән. Иренә ҡарата суд эше ябылмағанлыҡтан ситкә сығырға ярамай, шунлыҡтан ҡатын ярты йәшлек күкрәк балаһын әсәһенә ҡалдырып, эшкә сығып китергә мәжбүр икән.
Ҡатынға һәр төрлө ярҙам итергә тырыштым. Унан алда ҙур кәстрүлдәрҙе үҙем күтәрҙем, ял мәлендә күңелен табырҙай хәбәр һөйләргә тырыштым. Вахта тамамланған көндө ауыр сумкаларын күтәреп Башҡортостанға осасаҡ самолетҡа табан йүгергән ҡатындарҙы күреп йөрәгемдә әллә йәлләү, әллә тормошҡа булған ризаһыҙлыҡ тамағыма төйөр булып тығылды. Ғаилә, балаларыңдан айырылып ситтә йөрөү еңел түгел. Ундайҙарҙы ауыр эш шарттары ҡурҡытмай, юғиһә тағы бер айҙан киләбеҙ тип билетҡа заявка бирмәҫтәр ине.