ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
3 Декабрь 2024, 15:51

Эйй, кешеләр, йәл түгелме атай нигеҙе?

Ауылдарҙа хужаһыҙ йорттар һеҙҙең күңелдә ниндәй тойғо уята? Уларҙа кемдәр йәшәгәнен хәтерләйһегеҙме?

ЕТЕМ ЙОРТТАР
Ауылдарҙа етем йорттар,
Хәтерләтә бала саҡты.
Үкенестәр ҡасан туҡтар,
Һаҡламаныҡ шул усаҡты.

Өлгөләрҙе һырлап, юнып,
Тупһаларҙы ҡырып йыуып,
Атай-әсәй донъя көткән;
Ҡапҡаларҙа беҙҙе көткән.
Көтә-көтә көтөк булып,
Ғүмерҙәре үтеп киткән.

Һайрай микән һандуғастар,
Ауылымда айлы кистә.
Барыһы ла үткәндәрҙә,
Барыһы ла булды кисә.

Ауылдарҙа етем йорттар,
Тәҙрәләрҙә һүнгән уттар.
Тоҡандырһам шул уттарҙы,
Әрнеүҙәрем минең туҡтар.

Фәнис СИРБАЕВ

Эйй, кешеләр, йәл түгелме атай нигеҙе?
Эйй, кешеләр, йәл түгелме атай нигеҙе?
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: