Бөгөн, 4 декабрҙә, мәләүездәр махсус хәрби операция яугире Денис Худяковты (05.06.1986 - 02.10. 2024 й.й.) һуңғы юлға оҙатты.
Һалдат менән хушлашыу сараһында мәрхүмдең яҡындары, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ринат Бикбулатов, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары Ринат Ғибәҙуллин, 8-се мәктәп вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.
Денис Анатольевич 1986 йылдың 5 июнендә Мәләүездә тыуған. Ҡаланың 8-се урта мәктәбендә 9 класты тамамлағандан һуң, 42-се һөнәрселек лицейына уҡырға инә һәм уны 2004 йылда КИПиА слесаре һөнәре буйынса тамамлай. Хеҙмәт юлы төрлө ойошмаларға бәйле. Аҙаҡҡы эш урыны - «Мәләүез кирбес заводы».
2005-2006 йылдарҙа РФ Ҡораллы Көстәре сафында хәрби разведка разведчигы вазифаһында хеҙмәт итә.
2022 йылдың 26 сентябрендә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға саҡырыла.
2024 йылдың 2 декабрендә батырҙарса һәләк була.
Беҙ мәрхүмдең әсәһе Мария Васильевнаның, ҡатыны Светлананың, улдары Ярослав һәм Ильяның ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, уларға түҙемлек һәм артабан йәшәр өсөн көс табыуҙарын теләйбеҙ.
Автор фотолары.