ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
6 Декабрь 2024, 13:14

Иман йорттары төҙөлөүе бик мөһим

"ӘР-Рәхим" мәсетенә бәйле мәсьәлә ыңғай хәл ителә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “Тура бәйләнеш”ендә республика халҡы өсөн әһәмиәтле мәсьәләләр күтәрелде.  Дүрт сәғәттән ашыу ваҡыт дауамында төбәк башлығы 65 һорауға яуап бирҙе. Шуларҙың береһе - Башҡортостан мосолмандары өсөн мөһим “Әр-Рәхим” мәсетенә ҡағылышлы һорау. Бынан бер нисә йыл элек башланған объект  төрлө сәбәптәргә бәйле, туҡтатылып торғайны. Йылдар буйына хужаһыҙ торған бина өсөн был яҡшы түгел. “Ни тиклем оҙайлы ваҡыт үтһә, ул шул тиклем күберәк проблемалар тыуҙыра. Һөҙөмтә шундай: стеналар һәйбәт, көмбәҙ һәйбәт, ҡайһы бер урында ҡыйыҡты алмаштырырға кәрәк. Быны башланыҡ, нимә эшләрәг кәрәклекте аңлайбыҙ”, - тине Радий Фәрит улы һорауға комментарийында.

Республикала был эш менән шөғөлләнгән команда төҙөлгән, финанс ярҙам күрһәтелә. Әммә бюджеттан тыш, тағы бер нисә миллиард һум кәрәк буласаҡ. “Әр-Рәхим” мәсетен сафҡа тапшырыу өсөн тағы өс-дүрт йыл ваҡыт талап ителә.

Бөгөн мәсеттең көслө ел ваҡытында ауған манараһын тергеҙеү тамамланыу алдында. Ошонан һуң фасадын йөҙләү башҡарыласаҡ. Уны 2025 йылдың беренсе ярты йылында уны тамамлағандан һуң, коммуникация эштәрен башлау күҙаллана.  “Әр-Рәхим” мәсетенә бәйле мәсьәләнең ыңғай йүнәлеш алыу бик яҡшы. Ғөмүмән республикала иман йорттары төҙөлөү бик ҡыуаныслы.

Мәләүез райондарының да һәр ауылында тиерлек  иман йорттары барлыҡҡа килә. Быйыл йәй Хәсән, Бельский ауылдарнда асылды, Аптраҡ, Һыртланда халыҡ көсө һәм спонсорҙар ярҙамы менән башҡарыла был изге эш. Төҙөп сафҡа тапшырыу ғына түгел, мәсеттә дини байрамдар уҙғарыу, үҫеп килеүсе быуынды йәлеп итеү ҙә көнүҙәклеген юғалтмай. Дөйөм көс һалынған иман йорттары ишеге һәр кем өсөн асыҡ.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

“Әсәй йөрәге” мәсете имам-хатибы Фаат хәҙрәт Зиннуров: “Ауылда мәсет бик кәрәк. Был халыҡты берҙәмләштереү, туплау, көнүҙәк мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү өсөн дә мөһим. Хәсән ауылындағы иман йорто  ауылыбыҙға йәм өҫтәй. Ошо эште башҡарып сығырға ихлас ярҙам иткән яҡташтарыбыҙға, спонсор ярҙамы күрһәткәндәргә  Хоҙайҙың рәхмәте яуһын!”.

Иман йорттары төҙөлөүе бик мөһим
Иман йорттары төҙөлөүе бик мөһим
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: