ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
4 Ғинуар , 10:50

Яҡындарыңдың хәлен белдеңме?

Көн артынан көн үтә. Ваҡыты менән хәл белешергә лә мәл тапмайбыҙ...

Рәнйемә һин, зинһар, үпкәләмә,
Онотһалар әгәр дуҫтарың,
Уларҙың да мәшәҡәте күптер,
Донъялары бар бит уларҙың.

Асыуланма тыуған-тумасаңа,
Белмәйһең бит ниҙәр булғандыр,
Яҙмай-шылтыратмай икән, бәлки,
Улар һинән көтә торғандыр.

Иғтибары етмәй балаларҙың-
Аҡлай торған сәбәп уйлап тап:
Балаң да бит сабып донъя көтә,
Өҙгөләнмә ауыр уй уйлап.

Рәнйеш-үпкә, алама ҡорт булып,
Иләмәһен йөрәк, мейеңде,
Ағыу булып, һине ашамаһын,
Бысратмаһын яҡты көнөңдө…

Ҡылған изгелегең ерҙә ҡалмаҫ-
Ғәмәл китабына яҙылыр,
Онотһалар, тимәк, бәхетлеләр,
Борсолорға сәбәп юҡ булыр.

Заманында һин бик кәрәк инең,
Нишләр инек һинең ярҙамһыҙ?
Ғорур үткән ярһыу ғүмереңде
Аҙағына еткер аһ-зарһыҙ.

Ҡартлыҡ бит ул һорап, һайлап килмәй,
Бөтәбеҙҙе көтә торғандыр.
Ҡартлыҡ - шатлыҡ түгел икәнлеген,
Ҡартаймайса, аңлау ҡыйындыр…

Фирүзә Абдуллина.

Яҡындарыңдың хәлен белдеңме?
Яҡындарыңдың хәлен белдеңме?
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: