ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
5 Ғинуар , 12:39

Ҡар бабай яһай торған көн

Балалар менән урамда Ҡар бабай яһайыҡ! Бөгөн епшек ҡар, йылы көн. 

Ҡар бабай ҡайҙа булған?

Епшек ҡарҙы тәгәрәтеп

Әүәләнем ҡар бабай,

Уны яһау ҡыйын түгел,

Уны яһау яп-ябай.

Өс йоморсаҡ етеп ҡуйҙы

Кәүҙә менән башына,

Танау итеп кишер ҡуйҙым,

Ҡара буяу – ҡашына.

Ике күҙе – ике төймә,

Тешһеҙ ауыҙ – сыбыҡтан,

Аяғында иҫке галуш,

Ә ҡулдары – ҡабыҡтан.

Бөгөн сыҡһам, ҡар бабай юҡ,

Шул ҡәҙәре ашыҡҡан:

Кишерҙе лә ташлап киткән,

Галушһыҙ юлға сыҡҡан.

Ике төймә – ике яҡта,

Аунап ята ҡабыҡтар,

Әле йәшәү ҡыйындыр шул

Ҡар бабайға ҡар юҡта.

Гүзәл СИТДИҠОВА.

Ҡар бабай яһай торған көн
Ҡар бабай яһай торған көн
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: