ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
13 Ғинуар , 14:51

Әйҙә, ошолай булайыҡ!

Йөрәк тулы һағыш булһа әгәр,Туғаныңа арҡа терә һин.

Асыу килһә, һәр саҡ тый телеңде,
Ағыуыңды сәсмә кешегә.
Ярһыу үтер, тик ағыулы телең
Яҡын араларҙы киңәйтә...
Күҙ йәштәре тулһа, тауға сығып ила,
Һөйлә елгә, һөйлә йылғаға.
Еңеләйгәс йылмай бөтә ерҙә
Йылмайыуҙы һәр кем ярата.
Йөрәк тулы һағыш булһа әгәр,
Туғаныңа арҡа терә һин.
Һөйләшкәндә бөтмәҫ кеүек һүҙҙәр,
Бушар, еңеләйер, ышан һин!
Сиккә етеп, үлем уйлағанда,
Әсәйеңде һәр саҡ хәтерлә!
Ғүмер биргән кешең өсөн, зинһар,
Йәшәү өмөтөңдө юғалтма.
Кеше һүҙе кеше үлтерһә лә
Бер ҡасанда һүҙгә бирешмә!
Түҙ, сабыр бул, тыныс ятһаң - ятта,
Тормошоңдо өр-яңынан башла!

Гүзәл Һатыбалдина-Ҡарабаева

Әйҙә, ошолай булайыҡ!
Әйҙә, ошолай булайыҡ!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: