ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
23 Ғинуар , 10:35

ДОҒАМ

Йөрәгемдән үткәрҙем дәКүңелемә доға элдем:Раббым!Балалар хаҡынаИменлеген һаҡла Илдең!

ДОҒАМ
ДОҒАМ

Йөрәгемдән үткәрҙем дә
Күңелемә доға элдем:
Раббым!
Балалар хаҡына
Именлеген һаҡла Илдең!

Тыныслығын һаҡла Илдең.
Аралап ҡал афәттәрҙән.
Балам хыял тиреп үҫһен
Аяҙ таңдан, шәфәҡтәрҙән.

Зиһенһеҙ итмә донъяға
Кендекмен тип йәшәгәнде.
Барлығыңды күрһен, күнһен
Сикһеҙ ҡөҙрәт көҫәгәндәр.

Бала баҡҡан ҡатындарҙың
Раббым, ҡабул ит доғаһын!
Мәле еткәс ҡосағына
Балам алһын үҙ балаһын.
Наилә Хәмбәлиева.

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: