Был ғаиләне күптән беләм. Тырыш, бәхетле, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған ир менән ҡатынға ихлас һоҡлана инем. Ире яҡшы урында эшләй. Бәләкәй генә сауҙа нөктәләре лә бар. Һары бөҙрә сәсле, зәңгәр күҙле ҡыҙҙарын яратып туя алмайҙар. Йыш ҡына дуҫтары: “Умырзая кемгә оҡшаған, икегеҙ ҙә сөм-ҡара сәсле, ҡыҫыҡ күҙле ысын башҡорт”, - тип шаярта. Рәфистең: “Өләсәһенә оҡшаған, ул Ҡаҙан татары ине”, - тигән яуабынан һуң яйлап был һорауҙы биреүселәр кәмене.
Бер көн таңға табан телефон шылтыраны. Рәфистең ҡатыны Диләрә икән.
- Апай,- ти иламһырап. – Рәфис эштән ҡайтманы, телефоны һүнгән. Нимә уйларға белмәйем, хеҙмәттәштәре ғәҙәттәгесә, эш көнө тамамланғас, бергә ҡайтырға сыҡтыҡ - ти.
Был осраҡта яҡшыны уйламайһың, күңел әллә ниндәй насар уйҙарҙы барлай.
Йөрәкте усҡа тотоп, таныш фатирҙың ишеген шаҡыйым.
Мине күргәс, Диләрәнең күҙенә йәш тулды. 8-ҙә офиста эш башлана, ә Рәфис юҡ.
Полиция хеҙмәтенә шылтыратыу ҙа әллә нисек уңайһыҙ. Ире ҡунырға ҡайтмаған ҡатын-ҡыҙҙың беренсе сиратта нимә уйлағаны билдәле: һөйәркә тапҡан да - шунда ҡалған. Был шик ғүмер буйы күңел төпкөлөндә йыйылған әрнеү, үпкә, асыуҙы тергеҙә, уларҙы яңырта, ҡуйы ҡара төҫ өҫтәй. Диләрә лә үҙен йәлләтә башланы, йәшәлгән йылдарын, йәшлегенең әрәм булыуын иҫбатланы. Рәфистең “ҡырын” яҡтарын барланы. Имеш, ҡасандыр телефон аша бергә эшләгән йәш ҡыҙға йылы итеп яҙылған СМС хәбәрен уҡыған, коллектив менән тәбиғәткә сыҡҡанда ире йәш хеҙмәттәше менән биткә-бит терәп бейегән, Яңы йыл корпоративында Диләрә янына түгел, ситтә ултырған.
Ошоларҙы һөйләгәндән һуң быға тиклем һоҡланған гүзәл ханыма ҡарата асыуым ҡабарҙы. Нисә йыл буйына бер ерҙә лә эшләмәй, ир икмәге ашаған ҡатын иренең яҡшы яғын түгел, ябай ҡылығын да ана нисек күңелендә онотмай һаҡлаған.
- Ҡыҙыңды балалар баҡсаһына алып бармайһыңмы ни? - тим, әңгәмәне икенсе юҫыҡҡа борорға теләп.
- Юҡ, мин уның хатта ниндәй баҡсаға йөрөгәнен дә белмәйем, Рәфис алып бара, алып ҡайта ине, - тигәнен ишеткәс, ултыра төштөм.
- Эшләмәйһең, балалар баҡсаһының ҡайҙа икәнлеген белмәйһең,шуға ҡарамаҫтан, аҡса тапҡан иреңде ихтирам да итмәгәнһең түгелме, - тим асыуым килеп.
- Мин уның һәр аҙымын тикшереп торам, саҡ ҡына иғтибарҙы юғалттыңмы, һулға сабырға ғына тора, - тигән һүҙҙәре өҫтөмә эҫе һыу һипкәндәй тойолдо.
Шул саҡ телефон шылтыраны. Эштә ауыртыуына түҙеп ултырған Рәфис автобус туҡталышында аңын юғалтҡан, таныш түгел кешеләр уны дауаханаға оҙатҡан икән. Ярай ҙа, врачтар тиҙ ярҙам күрһәтеп өлгөрә, шартлаған һуҡыр эсәккә операция уңышлы үтә, әммә Рәфис әле лә аңына килмәгән. Дежур хирургтың хәбәренән һуң бүлмәлә күңелһеҙ тынлыҡ урынлашты.
Ошо ваҡиға ҡатын-ҡыҙ эшһеҙлектән башын теләһә ниндәй уйҙырма менән тултырыуы тураһындағы фекеремде нығытты.
Ысынлап та, беҙ икенсе яртыбыҙ булмағанда ғына зарланабыҙ, булһа, ҡәҙерен белмәйбеҙ икән.