Бөтә яңылыҡтар
Иман
11 Ғинуар , 11:48

Абауууу!

Йөрәгем өҙөлһә лә, ҡуртымға алған фатирға, баҡсаға түләргә, йәшәргә лә аҡса кәрәк, олатай-өләсәһә лә юҡ, исмаһам.

Ҡөръән аяттары уҡығыҙ

Ҡыҙыма 4-5 йәштәр булғандыр, бик йыш тамағы шешеп ауырығас, балалар баҡсаһына алып бармай, өйҙә ҡалдырған мәл. Иртүк бикләп сығып китәм дә, төшкөлөккә ҡайтып, ашатып, сәстәрен үрем кире эшкә йүгерәм. Кискә тиклем бер үҙе ултыра бәләкәсем. Йөрәгем өҙөлһә лә, ҡуртымға алған фатирға, баҡсаға түләргә, йәшәргә лә аҡса кәрәк, олатай-өләсәһә лә юҡ, исмаһам.

Бер көн ҡайтһам, илап буҫлығып бөткән. “Ҡурҡыныс ағай килде, тештәре лә юҡ, тырнаҡтары бысраҡ, кейеме ҡанлы. Миңә балкон аша һикереп, ергә төшәйек, “бына шулай ,бына шулай” тип һикереп күрһәтә.  Туп һымаҡ һикерә лә, ҡапыл кире менә. Күҙе лә ҡурҡыныс, йәнһүрәттәге бүренеке һымаҡ”, тип һамаҡлай. Ысынлап та, мин ныҡлы бикләп киткән балкон ишеге келәнән асылған, селтәр елдә уйнай. Ауырыһа ла баламды етәкләп, эшкә үҙем менән йөрөттөм. Хужабикәгә фатир өсөн аҡса түләргә барғанда, ҡыйыулығымды йыйып беҙгә тиклем бында кем йәшәүе тураһында ҡыҙыҡһындым. Баҡтиһәң,  иҫерек килеш балкондан осоп үлгән улының фатиры икән.

Улына хатта Ҡөръән аяты ла уҡытҡаны юҡ имеш, был апайҙың. Беҙ шул көндө үк был тынғыһыҙ йорттан икенсеһенә күстек. Бына шулай баламды харап итә яҙҙым.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

 

Абауууу!
Абауууу!
Автор: Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас