БИК КӘРӘКЛЕ ДОҒА
Көн һайын Аллаһының рәхмәте менән уянабыҙ, кейенеп, ашап, эшкә ашығабыҙ. Тормошобыҙҙы мул итергә тырышып йәшәйбеҙ.
Ләкин йыш ҡына шөкөр итергә онотабыҙ. Улай ғына ла түгел, ризаһыҙлыҡ белдерәбеҙ: етәрлек дәрәжәлә сәламәт, бай, матур түгелбеҙ тибеҙ.
Мал-мөлҡәт булһын өсөн, тырышлыҡ ҡуйырға кәрәк. Һис шикһеҙ, тормош юлы еңел түгел, бында һикәлтәһе лә була. Йәшәгән йорттоң киң, ризығыбыҙҙың мул булыуын теләһәк, ошо доғаны ҡылырға кәрәк:
«Аллаһүммә-гъфирлий зәнбий үә үәссиг лий фий дәәрий үә бәәриклий фий ризкый».
«Йә, Аллаһым, кисер мине, киң һәм шатлыҡлы ҡыл йәшәгән йортомдо һәм миңә насип булған тормошомды бәрәкәтле ит!»
Дини календарҙан