"Кешене яратҡанда, уның өсөн борсолалар. Уның ғүмере, һаулығы, күңел торошо өсөн хафаланалар. Унда контроль, көнләшеү тойғоһо менән бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ.
"Үҙеңде нисек тояһың?", "Һаҡ бул!", "Барып еттеңме?", "Мотлаҡ шылтырат" - ошондай тәү ҡарашҡа ябай һүҙҙәрҙе әйтәләр, сөнки юғалтыуҙан ҡурҡалар.
Был күп нәмә тураһында һөйләй, сөнки һинең иҫән-һау булыуыңды, был ерҙә йәшәүеңде үтә лә мөһим тип һанаған кеше бар.
Борсолоуҙың булмауы ул - битарафлыҡ.
Алина Ермолаева