Көнгәк
+8 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Иман
17 Март , 06:05

Иртәнге аҙан

Ауыл йоҡлай, көс-хәл туплай яңы көнгә.Ниҙәр бирер алда ғүмер – мәғлүм кемгә?

Иртәнге аҙан
Иртәнге аҙан

Ауыл йоҡлай, көс-хәл туплай яңы көнгә.
Ниҙәр бирер алда ғүмер – мәғлүм кемгә?
Кеше белмәй, ләкин өҙмәй өмөт ебен:
“Йә Раббыбыҙ, бар донъябыҙ ит Һин имен!”

Һәм бер аҙҙан моңло аҙан йән тибрәтер,
Хаҡиҡәткә, салихәткә юл күрһәтер
Мөслимдәрҙе, мөьминдәрҙе теҙер сафҡа –
Изгелектәр, игелектәр өсөн һаҡҡа.

Ҡояш ҡалҡыр, сағыу балҡыр көмөш нурҙар,
Тик хаҡ булыр, ихлас булыр ғәмәл, уйҙар.
Раббыбыҙҙың ризалығын итер иғлан
Аҙандарҙан, намаҙҙарҙан һыҙылған таң.

Даян Мәзитов.

https://vk.com/ufa_barakat

Автор:
Читайте нас