Бөйөк Аллаһу Тәғәлә тотҡан ураҙаларыбыҙҙы, доғаларыбыҙҙы, ҡылған изге ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул ҡылһын, сикһеҙ мәрхәмәтен насип итһен. Был яҡты көндә, изге Рамаҙан айы тамамланғанда, күңелдәребеҙ шатлыҡ һәм рәхмәт тойғоһо менән тула.
Ураҙа ғәйете – рухи таҙарыныу, иманды нығытыу, башҡаларға шәфҡәтлелек күрһәтеү ваҡыты. Был байрам һәр йортҡа именлек, татыулыҡ, муллыҡ килтерһен. Ғаиләләребеҙ ныҡ булһын, күңелдәребеҙ изгелеккә, бер-беребеҙҙе аңлауға асылһын.
Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, барлыҡ башланғастарығғыҙҙа уңыштар теләйбеҙ. Һеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һәр саҡ Ҡөҙрәтле Хоҙай һаҡлаһын! Ураҙа ғәйете нуры юлдарығыҙҙы яҡтыртып, тормошоғоҙҙо мәғәнә һәм шатлыҡ менән тултырһын. Байрам мөбәрәк булһын!
Был байрам көндәрендә терәк-таянысҡа, иғтибарға мохтаждарҙы иҫтә тотоу айырыуса мөһим. Мәрхәмәт һәм шәфҡәтлелек Рамаҙан айында ғына түгел, йыл дауамында даими юлдаш булһын. Республикабыҙ һәм тотош ил файҙаһына берҙәм һәм татыу булырға нығытыуға ынтылайыҡ.