

Хәтер көнөндә мәхәллә диндарҙары ҡала зыяратына йыйылды. Улар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының, шулай уҡ махсус хәрби операцияла һәм башҡа хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған яугирҙәрҙең ҡәберлектәрен тәртипкә килтерҙе. Ҡәбер таштары төҙөкләндерелде, тирә-яҡ сүп-сарҙан таҙартылды.
Таҙартыу эштәренән һуң мәхәллә имамы Морат хәҙрәт Иманғолов етәкселегендә доға ҡылынды. Диндарҙар Аллаһы Тәғәләнән һәләк булғандарҙың йәне йәннәттә булыуын, гонаһтарын ярлыҡауҙы, уларҙың рухына рәхмәт яуҙырыуҙы һораны. Доға ваҡытында барыһы ла бер тауыштан Ҡөрьән аяттарын уҡыны.
Мираҫ мәхәлләһе аҡһаҡалдарының береһе әйтеүенсә, бындай саралар – милләттең берҙәмлеген, Ватанға һәм уның батырҙарына ихтирамды күрһәтә. «Улар беҙҙең өсөн ғүмерҙәрен бирҙе. Ҡәберҙәрен ҡарап, доға ҡылып тороу - был беҙҙең бурыс», – ти ул.
Хәтер көнөндәге булған был сара барыһына ла ныҡ тәьҫир итте. Диндарҙар бындай изге эштәрҙе йыл һайын дауам итергә йыйына.