Тауҙың күрке таш менән, табаҡ күрке аш менән;
- Табаҡ күрке аш менән, ирҙең күрке эш менән
- Тауыҡ күкәй һалғанда, әтәсте тулғаҡ тотҡан.
- Тауыҡ эше - ем эҙләү .
- Тауыҡ менән ят, әтәс менән тор
- Тауға ҡарап тау булып булмай
- Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ
- Тауыҡ тауға менгәс, әтәс булып ҡысҡырған.
- Тауыҡ төшөнә тары керә
- Татлынан-татлы - яҡшы һүҙ,затлынан-затлы - яҡты йөҙ
- Татыр , татырҙа мал ятыр.
- Тауышлы йорттан фәрештә ҡасҡан
- Таш менән атҡанға аш менән ат
- Ташлама илеңде: ҡан баҫыр юлыңды.
- Ташта тамыр юҡ, түрәлә бауыр юҡ.
- Таяҡ барҙа ҡуян юҡ, ҡуян барҙа таяҡ юҡ.
- Таяҡ тайға еткерер,
- Таянма билеңә, таян илеңә.
- Тейгәнгә - тейен башы, теймәгәнгә - ҡуян башы
- Тегеүсенең төймәһе булмаҫ.
- Тегеүсе боҙа, үтек төҙәтә.
- Тегеүсенең туны юҡ.