Көнгәк
+19 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
14 Мая , 04:42

Кәрәк булһа – наҙлы, хисле булам, кәрәк булһа – көслө, ныҡлы мин

Боронғо легендала, Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы барлыҡҡа килтерер алдынан бер һауытҡа ҡайнар ҡояш нурҙарын, шишмә сафлығын, сәскәләр нәфислеген һәм матурлығын, көҙ муллығын, күбәләктең елпелдәклеген, аҡҡош тоғролоғон тултырған, ти. Ысынлап та, гүзәл заттарҙа быларҙың бөтәһе лә бар, ҡояштан нурлы, сәскәләй наҙлы һәм тоғро улар.

Смаҡ ауылында йәшәгән Фирүзә Смаҡова яҡташтарыбыҙға яҡшы таныш. Биш бала әсәһе, биләмәнең йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе  ул.

Урал Кәлимулла улы һәм Фәрзәнә Хәбир ҡыҙы Абдуллиндарҙың  татыу ғаиләһендә матур тәрбиә ала. Булыр бала биләүҙән, тигәндәй, Фирүзә мәктәп йылдарында уҡ үҙен  әүҙем спортсы, тырыш уҡыусы, тиҫтерҙәре араһында яңынан -яңы идеялар уйлап табыусы булараҡ таныта.  Холҡондағы күркәм сифат - эргәңдәгеләргә ихлас булыу,  ярҙам итеү - ғаиләнән килгән тәрбиә.

Смаҡ мәктәбен тамамлағас, теүәл фәндәргә өҫтөнлөк биргән ҡыҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһында бухгалтер һөнәрен үҙләштерә. Бында ла үҙен алдынғы ҡарашлы итеп  күрһәтә.  Иҡтисад колледжында һөнәрен камиллаштыра.  Хеҙмәт юлын заманында  көслө һаналған “Нөгөш” хужалығында бухгалтер булып башлай.  Йәш булыуына ҡарамай, хеҙмәттәштәре һәм етәкселек араһында хөрмәт ҡаҙана.

1991 йылда улар Ялсы ауылы егете баһадир  Рәфис Сафин менән ғаилә усағын ҡабыҙалар.  Бер-береһен ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан аңлап йәшәгән күркәм парҙың  тормош елдәренә баш эймәй бергә атлауҙарына 35 йыл.  Тырыш, өлгөлө ғаиләлә Филүзә, Әлиә, Шамил, Камилә, Кәримә исемле балаларға ғүмер бүләк итеп, уларҙың киләсәгенә ҙур роль индергән улар.  Атай кәңәше, әсәй наҙы менән тапшырылған ғаилә ҡиммәттәрен бөгөн Фирүзә һәм Рәфис Сафиндар үҙ балаларына тапшыра. Уларҙың йортонда туған телде һаҡлау, рухи ҡиммәттәргә ихтирам, дини тәғлимәткә йүнәлтелгән тәрбиәлә атай-әсәйҙең дөйөм тырышлығы сағылыш тапҡан. Атайҙарының көрәш буйынса район һабантуйҙарында алдынғы урын биләүе, әсәләрең саңғы ярыштарында, гер күтәреү, ҡул көрәштереү һымаҡ спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүе  балаларға тик ыңғай тәҫьир иткән. Ҡул эштәренә оҫталығы,  аш-һыуға маһирлығы тураһында әйтмәй булмай Фирүзә Урал ҡыҙының. Яҡындары, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре уның тәмле ризыҡтарын бик ярата.

Күмәк хужалыҡ бөткәс, Фирүзә Урал ҡыҙы Смаҡ почта бүлексәһе начальнигы вазифаһын уңышлы алып бара. Был йылдарҙа биләмәлә “Көнгәк” гәзитенә яҙылыу ойошҡанлыҡ , ҙур яуаплылыҡ менән үтә ине. Тормош кешене даими һынай.  Ир-егеттең күкрәге үҙ иленең ҡалҡаны, тигәндәй махсус хәрби операция башланғас, тормош иптәше Рәфис хәҙрәт Сафин яугирҙәргә рухи ярҙам итеү ниәтен бойомға ашырыу маҡсатында яуға юллана. Был ваҡытта  ҡатын-ҡыҙҙың нимә кисергәнен Хоҙай үҙе генә беләлер. Фирүзә ханым көн-төн ил һағына баҫҡан ир-егеттәр  именлегенә доға уҡый. Бөгөн МХО биләмәһенән яраланып ҡайтып, һаулығын нығытыу менән шөғөлләнгән тормош иптәшенә ныҡлы терәк, кәңәшсе лә. Мин яратам йөктө һөйрәшергә ирем менән бергә, йәнәшә, тигәндәй, уларҙың был ваҡытлыса ауырлыҡты бергә еңеп сығыуына иманыбыҙ камил.
Хәстәрлекле килен икәнлеген дә әйтмәй булмай. Һәр кемгә йылы һүҙ, ихлас йылмайыуын йәлләмәгән Фирүзә Сафинаға беҙ ҙә тормош тыныслығы, ғүмер таңының яҡты, аяҙ булыуын теләйбеҙ. Балаларығыҙҙың, тормош иптәшегеҙҙең иғтибарын, ихтирамын тойоп оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ.

Кәрәк булһа – наҙлы, хисле булам, кәрәк булһа – көслө, ныҡлы мин
Кәрәк булһа – наҙлы, хисле булам, кәрәк булһа – көслө, ныҡлы мин
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас