Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
4 Июль 2022, 15:40

Мут әҙәмдәр өлкәндәрҙе алдай

Олоғайған һайын әҙәм балаһы тиҙ ышаныусанға әйләнә. Бының менән мут, аҡса яратҡан уғрылар бик оҫта файҙалана. Яңыраҡ 80 йәшлек пенсионерҙың кеҫәһен 200 мең һумға "таҡырайтҡандар".

Мут әҙәмдәр өлкәндәрҙе алдай

Олоғайған һайын әҙәм балаһы тиҙ ышаныусанға әйләнә. Бының менән мут, аҡса яратҡан уғрылар бик оҫта файҙалана. Яңыраҡ 80 йәшлек пенсионерҙың кеҫәһен 200 мең һумға "таҡырайтҡандар".

“Ейәнсәрең аварияға эләкте!” - стационар телефонға шундай шылтыратыу килгәс, ҡарт, әлбиттә, албырғап ҡала. Кеше психологияһын яҡшы өйрәнгән әҙәмдәр бабайға һүҙ ҡыҫтырырға бирмәй, артабан ҡорбанын һүҙ ауына сырмай бирә. Аварияның барлыҡҡа килеүенә ейәнсәре ғәйепле, имеш... Ә енәйәти яуаплылыҡтан ҡотолор өсөн кәрәкле кешеләргә аҡса төртөр кәрәк. Шулай итеп, тәү күргән кешегә бабай 200 мең һум аҡсаһын тоттороп сығарып ебәрә. Аҙаҡтан ул ейәнсәренең бер ниндәй ҙә юл транспорты ваҡиғаһына эләкмәгәнен үҙе шылтыратып ишетеп, бер ҡыуанһа, уғрылар тоҙағына эләккәненә ҡайғыра.

Ошо схема буйынса яңы ғына күрше Кумертау ҡалаһында  туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаған ике бабайҙы алдағандар. Йәштәр, яҡындарығыҙҙы иҫкәртегеҙ, мут әҙәмдәрҙең ауынан һаҡлағыҙ, олатай-өләсәйҙәрегеҙ менән йышыраҡ аралашығыҙ.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: