Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
14 Ғинуар , 14:00
1

Буран

Һауа торошон фаразлаусылар ҡаты һыуыҡ һәм буран сығыуы тураһында иҫкәртә. Күңелебеҙ, йортобоҙ тыныс, көндәребеҙ имен булһын! Ҡыштың һәр мәленең ҡәҙерен беләйек, йәйгеһен һағындыра ул! Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА-Алтынбикәнең шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

Буран сыҡты.Урамдарға
Тултырҙы һырынтылар,
Ел килтергән аҡ ҡойондар
Тәҙрәгә һыландылар.

Ҡарҙар ҡыуышып уйнайҙар
Ауыл урамдарында,
Бер төн эсендә ҡалын көрт
Болон, яландарында.

Тәбиғәттең аҡ ҡышының
Хакимлыҡ иткән мәле..
Буранлап, ҡарҙар өйрөлтөп
Уйнай, шаяра әле.

Эй, буранҡай,йылы буран,
Ябаһың ергә юрған,
Ә мин буран араһынан
Юл ярып алға барам.

Бирешмәм мин бурандарға,
Ҡаршы иҫкән елдәргә,
Барам буран артындағы
Аяҙ, сыуаҡ көндәргә.
Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә
4.01.2026

Буран
Буран
Автор: Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас