Бәйҙән ысҡынған аҫау арғымаҡ һымаҡ, ап-аҡ яландарҙы туҙҙырып, кешнәп-ажғырып сапты ла сапты. Юлдарҙы, ауыл урамдарын көрт баҫты, йылғаларҙы ярҙары менән тигеҙләне. Таң атҡансы, ҡайһы бер ишектәрҙе һылап-һыйпап семәрләп ҡуйҙы.
ДИНИС БҮЛӘКОВ.