Көнгәк
-13 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
19 Ғинуар , 06:05

ТҮҘӘБЕҘ

Бөгөн төндә йөрәгем һыҙлап сыҡты.Төнөм үтте әрнеп, үртәлеп.Йөрәгемде ҡырҡҡа телгеләнеБер дуҫымдың нахаҡ һүҙҙәре.

ТҮҘӘБЕҘ
ТҮҘӘБЕҘ

Бөгөн төндә йөрәгем һыҙлап сыҡты.
Төнөм үтте әрнеп, үртәлеп.
Йөрәгемде ҡырҡҡа телгеләне
Бер дуҫымдың нахаҡ һүҙҙәре.

Ауыр һүҙҙәр әйтеп йәберләне,
Ә мин түҙҙем ҡыҫып тешемде,
Һәм күр инде бына: юғалттым мин
Бөгөн килеп шул дуҫ кешемде.

Ә бит түҙҙем юғалтыуҙан ҡурҡып,
Иңдәремә йылдар ишелде.
Түҙҙем. Түҙгән өсөн юғалттым мин
Юғалтасаҡ түгел кешемде.

Тормош ярата шул түҙемдәрҙе,
шуға микән түҙем үтәбеҙ?
Бер һөмһөҙ йән беҙҙең күңелдәрҙе
Иҙә бирә. Ә беҙ түҙәбеҙ.

Шулай ҡайын, епшек ҡар баҫҡанда,
түҙә. Үҙе һаман һығыла,
Һынһа һына, түҙә.
Бер һелтәнеп
Алып ҡына бәрһә, ни була!

Беҙ быуынһыҙ ҡайын түгел дәһә,
Ниңә әле шулай түҙәбеҙ?
Араларҙы түҙеп нығытмайбыҙ,
Араларҙы түҙеп өҙәбеҙ.

Рафаэль САФИН.

https://vk.com/club234678730

Автор:
Читайте нас