Көнгәк
-13 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
26 Февраль , 07:05

Алтмыштан һуң...

Алтмыштан һуң, бынағайыш,Ваҡыт хәтәр уйнаҡлай.Күрмәй ҡалаң, ҡәләм тотопЙөҙҙәремә сыймаҡлай.

Алтмыштан һуң...
Алтмыштан һуң...

Алтмыштан һуң, бынағайыш,
Ваҡыт хәтәр уйнаҡлай.
Күрмәй ҡалаң, ҡәләм тотоп
Йөҙҙәремә сыймаҡлай.

Минең йөҙҙө әллә инде
Дәфтәр бите тип белә.
Күҙ осонда берәү түгел,
Алты "ҡаҙ эҙе" килә.

Маңлайыма әллә нисә
Поезд юлдарын һыҙған.
Асылған икән таланты,
Рәссамдар кеүек ҡыҙған.

Шул биғәләш рәссам шайын
Тотоп алырмын тимә.
Поезд менән түгел, үҙе
Самолёт менән елә.

(Рәшиҙә Рәис)

https://vk.com/beauty_blog19

 

Автор:
Читайте нас