Аҡтарылған, күтәрелгән
илдә февраль бураны.
Мин тыуғанмын күҙ асҡыһыҙ
аҡ буранға уранып.
Уйлағандыр әсәкәйем
шөбһәлеһен дә уйҙың:
"Хәйерлегә генә булһын,
буранлы көндә тыуҙың".
Теләгәндер теләктәрҙең
иң ағын-изгеләрен.
Бик бәхетле бала итеп
килгәндер күргеләре.
Аяҡ- ҡулдары һыҙлауһыҙ
булһын, тип теләгәндер.
Үҫеп, ир еткәс бисәнән
уңһын, тип теләгәндер.
Теләгәндер, тормошҡайы
буранлы булмаһын, тип,
шатлыҡ ҡына, шатлыҡ ҡына
Биҙәһен доньяһын, тип.
Ҡабул булһын теләгем, тип
хоҙайҙан һорағандыр.
Буран ғына теләктәрен
кирегә юрағандыр...
Аҡтарылған, күтәрелгән
илдә февраль бураны.
Йыл артынан йылдар тыуған
аҡ буранға уранып.
Буран тынған, күҙ асылған,
зәңгәр күк ил өҫтөндә.
Минең генә йәнем һаман
аҡ бурандар эсендә.
Р.Сафин
1988
https://vk.com/vatandash_journal