Көнгәк
-13 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
1 Март , 08:05

РАББЫМ ҮҘЕ ЯҠЛАҺЫН!

Бәхетһеҙмен тип һин яр һалмай тор -Яр һалырлыҡ әле тауышың бар,Ярлымын тип әле зарланмай тор -Аҙмы - күпме килер табышың бар.

РАББЫМ ҮҘЕ ЯҠЛАҺЫН!
РАББЫМ ҮҘЕ ЯҠЛАҺЫН!

Бәхетһеҙмен тип һин яр һалмай тор -
Яр һалырлыҡ әле тауышың бар,
Ярлымын тип әле зарланмай тор -
Аҙмы - күпме килер табышың бар.

Яңғыҙмын тип бәлә һалыу - гөнаһ -
Эргә - тирәң тулы дуҫ - туғаның,
Балаһы бар кеше яңғыҙ булмай,
Үҙ тәрбиәң - ул бит һинең ҡаның.

Әллә кемдәр әллә ҡайҙан килеп
Ниҙер эшләр тимә һинең өсөн,
Табып әмәл, ҡылып төрлө ғәмәл
Эшкә егеү кәрәк йәшәү көсөн.

Бар донъяға рәнйеп, үпкәләмә,
Ил күргәнде булмаҫ күрмәйенсә,
Яҡты донъяларҙан биҙмәү зарур
Ҡараңғы тар гүргә кермәйенсә.

Сабырлыҡтар өсөн баһа итеп
Фәрештәләр беҙҙе һаҡлаһын,
Хаким, ҡанун беҙҙе ҡаҡҡанда ла,
Бер Хоҙай Тәғәләм ҡаҡмаһын!
Раббым беҙҙе үҙе яҡлаһын!

Фирүзә Абдуллина.

https://vk.com/vatandash_journal

Автор:
Читайте нас