Көнгәк
+10 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
12 Марта , 05:32

Күренекле яҡташым Зәйни Рафиҡов тураһында

Зәйни ағай менән яҡындан “Мәләүез ере”  китабын яҙғанда таныштым. Зәйни Фәсхетдин улы - мөхәррир, ә мин редколлегия ағзаһы. Тәүге осрашыу 1994-се йылдың апрелендә Башҡортостан яҙыусылар Союзының архитектура ҡомартҡыһы һаналған бинаһында булды.

   Ҡабул итеү комиссияһы яҙыусы исеме биргән туғыҙ кеше араһында Зәйни ағай менән мин дә бар инек.

Яҡташымды,“Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, хәрби журналист, Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылында тыуған”, - тип таныштырҙылар. Йола һаҡлап, ойошма етәксеһе Динис Бүләковтың  оҙон өҫтәле тирәләй ултырҙыҡ та, ыҡсым ғына мәжлес ҡорҙоҡ. Зәйни ағай ҡыҫҡа ғына шиғырын уҡыны, матур телмәр тотто.

   1997-се йылдың сентябрендә йомош менән Мәләүез хакимиәтенең ҡабул итеү бүлмәһенә инһәм, Зәйни ағай ултыра. Ихлас иҫәнләшкәс, ошонда  йәшәйәсәген, район етәксеһе Зиннәт Хайруллиндың тәҡдиме менән, яҙыласаҡ китаптың мөхәррире  итеп тәғәйенләнеүен әйтте. Шунда уҡ мине лә  ағзалыҡҡа  ҡоҙаланы. Ул ваҡытта “Путь Октября” гәзитенең сәйәси бүлеген етәкләй инем, һис икеләнмәй ризалаштым.

    Мәләүез ерендә генә түгел, бөтә Башҡортостанда абруй яулаған яугир-журналист, запастағы полковник менән ике йыл самаһы яҡындан аралашыу минең өсөн оло тормош мәктәбе булды. Октябрь урамы,8  йортонда хәкимиәттең ике бүлмәле ҡунаҡханаһы бар ине. Шуны, ваҡытлыса торлаҡ итеп, Зәйни ағайға бирҙеләр һәм мин был тупһаны бик йыш (бәлки артыҡ йыш) тапаным.

    Зәйни ағайға Аллаһы Тәғәлә ныҡлы һаулыҡ биргәйне, өҫтәүенә ул ашауға бик самалы, кейемгә бөхтә һәм йәйәү йөрөргә ифрат ихлас булды. Кискеһен көн һайын, кәм тигәндә, биш саҡрымды йәйәү үтә торғайны.

    Ҡатмарлы һәм бай тормош тәжрибәһе ағайҙы был ҡыҫҡа ғына ғүмерҙең ҡәҙерен, тәмен тойоп йәшәргә өйрәтте. Тәбиғи һаулыҡ, үҙ-үҙен ҡарауы, полковник погондары, шуға өҫтәп хәрби пенсияһы, гүзәл зат алдында уның хаҡын юғары күтәрҙе, бәҫен арттырҙы. Ағай быны аңлай ине.

    Журналистик алымдар, яҙыу үҙенсәлектәренә килгәндә, ул план менән эшләргә яратманы, илһам килгәнен көттө, күпселек осраҡта төндәрен яҙҙы. Яҙғанын ҡат-ҡат төҙәтте.

    Кешеләр менән аралашҡанда асыҡ, тура һүҙле, аҙ ғына хәйләкәр, үҙ һүҙендә тороусан булып хәтерҙә ҡалған. Ағайҙы еңел генә үпкәләтә, үсектерә торғайным, тик оҙаҡҡа түгел – бер-ике көнгә генә.

   Ғәиләһе менән йәшәмәһә лә, уларҙы даими хәстәрләне. Ҡыҙҙарына фатир алырға ярҙам иткән, өлкән ҡыҙы Нәфисәгә үҙенең өс бүлмәле фатирын биреп, үҙе шуның бәләкәй генә бүлмәһендә ейәне менән йәшәне.

    Зәйни ағай һәр ваҡыт, мин йөҙ йыл йәшәйәсәкмен, тип әйтер ине. Әлбиттә, йәшәр ине. Тик, һуҡырайған күҙҙәре кискеһен Өфө ҡалаһында  ҡайҙалыр елдергән "Газель" машинаһын күрмәй һәм театрҙан хискә тулып сыҡҡан яугир-журналист, полковник, был доньяны көтмәгәндә ҡалдыра.

    “Көнгәк” гәзитенең хөрмәтле уҡыусыларына, Зәйни ағайҙың 85 йәше тулған көндә яҙған шиғырымды шатланып тәҡдим итәм.

            Зәйни Рафиковҡа

Зәйни ағай, ниңә ашыҡтың һин?

Гүйә йәшен һуҡты, юғалдың.

Мәләүезде йәтим ҡалдырҙың да,

Ҡайтмаҫ тарафтарға юл алдың.

 

Дон Кихоттың ғәҙел һөңгөһөндәй

Ҡәләм тотоп ихлас ҡулыңа,

Көндө төнгә ялғап китап яҙҙың,

Яҡты маяҡ ҡуйҙың юлыңа.

 

Ә мин Дон Кихотҡа - Санчо Пансо,

Полковникка булдым денщигы.

Яла яғыу тигән елдәр иҫһә,

Беҙ өшөнөк бергә, юҡ шигем.

 

Сабый һымаҡ үпкәсел дә инең,

Һөйләнең тик һүҙҙең тураһын.

Ҡарт тип тормай ҡыҙҙар яраттылар,

Тылсымың да булды, күрәһең.

Көрәш менән үткән ике йылда

 Тағы бер ВУЗ бөттөм эргәңдә.

Яңғыҙлыҡҡа түҙмәй, сарсап китһәм

Төштәремә инә күргәндәр.

 

Еңеү көнө етһә, ҡарт яугирҙәр

Йыйылалар һәйкәл янына.

Шул саҡ ҡәләм тотҡан Дон Кихотты

Шағир Санчо Пансо һағына.

                      Тимер НИӘТШИН.

Автор:
Читайте нас