Көнгәк
+5 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
22 Март , 08:05

Асылыр күңелем

Күңел ҡайтыуҙанмы...Йән һыҡтаулы,Һуҡраныулы мыжыҡ көндәре.Ихлас илһам көҫәп көй көйләһәм,Йөрәктә тик зарығыу өндәре.

Асылыр күңелем
Асылыр күңелем

Күңел ҡайтыуҙанмы...
Йән һыҡтаулы,
Һуҡраныулы мыжыҡ көндәре.
Ихлас илһам көҫәп көй көйләһәм,
Йөрәктә тик зарығыу өндәре.

Эстәремә һыймай үкереп илай
Йәшереп кенә тотҡан серҙәрем.
Арыттырҙы. Кемгә терәләйем?
Үҙ-үҙемдән ҡәлғә эҙләнем.

Әрһеҙләндем. Етте! –
Көсөм бөттө!
Йоҙаҡлайым күңел ҡапҡаһын.
Асаһым юҡ уны берәүгә лә
Ҡасан килеп кемдәр ҡаҡмаһын.

Нур һуҙылып инер, илһам һарҡыр
Бер урын бар йөрәк түремдә.
Танырмын да ихлас асылырмын
Илаһилыҡ көткән берәүгә.

Тамара Ғәниева.

Автор:
Читайте нас