Көнгәк
+5 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
22 Март , 06:05

ҠУРСАЛАҒЫҘ

Ҡатын-ҡыҙ тип ергә яратылғас,Ерҙә сигәм шатлыҡ-аһтарымды.Замандаштар, берүк, ҡурсалағыҙӘсәлек тә тигән хаҡтарымды.

ҠУРСАЛАҒЫҘ
ҠУРСАЛАҒЫҘ

Ҡатын-ҡыҙ тип ергә яратылғас,
Ерҙә сигәм шатлыҡ-аһтарымды.
Замандаштар, берүк, ҡурсалағыҙ
Әсәлек тә тигән хаҡтарымды.

Ҡурсалағыҙ рухын баҡыйлыҡтың,
Тере булһын минең ырыҫ-түлем.
Тере булһын минең тамырҙарым -
Ерем-һыуым, илем, туған телем.

Ҡатын-ҡыҙ тип ергә яратылғас,
Ерҙә сигәм шатлыҡ, аһтарымды.
Рәнйетмәгеҙ, зинһар, кәмһетмәгеҙ,
Яҙмышыма яҙған хаҡтарымды.

Донъя - минең аҡ мейесле өйөм,
Ҡыйығым - күк, булһын имен-аман.
Хәүеф ҡатыш изге ниәт менән
Аҡ донъяға өмөтләнеп бағам.

Тамара Ғәниева.

 

Автор:
Читайте нас