Көнгәк
+5 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
26 Март , 06:05

Бар...

Донъя булғас, төрлө саҡтар була,Әрнегән бар... янған... һүрелгәнҽм.Сабыр ҡанаттарым һынған саҡта,Нисә үлеп... нисә терелгәнҽм…

Бар...
Бар...

Донъя булғас, төрлө саҡтар була,
Әрнегән бар... янған... һүрелгәнҽм.
Сабыр ҡанаттарым һынған саҡта,
Нисә үлеп... нисә терелгәнҽм…


Яҙмыш түгел, яңылыш ҡына тиеп,
Хаталанып күпмҽ йөрөгәнҽм.
Яҙмыштарҙан уҙмыштарҙы эҙләп,
Төҙәтәм тип, күпмҽ йүгергәнҽм...


Алһыу күҙлектәрҙән ҡарағанда
Ялғандарҙы дөрөҫ тип күргәнҽм.
Керпектәрҙе керпектәргә ҡаҡмай,
Төндәрендә күпмҽ өҙөлгәнҽм...


Донъя булғас төрлө саҡтар була,
Нисә үлеп... нисә терелгәнҽм…
Бар...
Р. Сәлимова.

 

Автор:
Читайте нас