Көнгәк
+5 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
27 Март , 08:05

Фәрештә

Көн - төн барҙы йәмһеҙ ҡаты һуғышДошман сәсте ҡурғаш ағыуын.Тик яугирҙар һаман алға барҙыЯуларға тип дошман диуарын.

Фәрештә
Фәрештә

Көн - төн барҙы йәмһеҙ ҡаты һуғыш
Дошман сәсте ҡурғаш ағыуын.
Тик яугирҙар һаман алға барҙы
Яуларға тип дошман диуарын.

Үткер ҡылыс кеүек ҡурғаш ярсыҡ
Телеп үтте яугир яурынын.
Сүкте егет ергә, ауыртыуҙан
Ҡосоп ауҙы ҡанлы яраһын.

Биттәренә талғын ел ҡағылып
Пәйҙә булды фәрештә-әсә.
Яралы балаһын ҡурсалап,айй
Дошмандарға ләғнәт-ут сәсә

Эй, сәбәләнә әсәкәй йәне
Һаҡлап улын дошман утынан.
--Уян,балам, аллам хаҡы өсөн
Һин бит үлмәҫ башҡорт затынан!

Иҫһеҙ ятҡан улы янында,ау
Зыр өйрөлә фәрештә-әсә.
Йанен бирер ине лә бүлеп, айй
Мөмкин булһа икән бүтәнсә.

Сеү... уянды улы, күҙен асты
Тирә- яҡҡа байҡау яһаны
Әле генә янда торған әсә
Яйлап ҡына күҙҙән юғалды.

— Иней,инеей, мин уяндым, бына,—
Шыбырланы кипкән ирендәр.
— Юҡ, бирешмәм, һүҙ бирәмен, инәй
Еңеп ҡайтырмын, килер көндәр!

Аяғүрә әкрен генә баҫып
Күккә бағып ауыр тын алды.
Автоматын күкрәгенә ҡыҫып
Бар көсөнә алға ынтылды!

Әсә йәне ҡулын болғап ҡалды
Төрөнөп томан ҡоршауына.
— Мин ышанам, улым, һин ҡайтырһың
Ҡайтырһың, тим, балаң хаҡына,
Һине көткән йәрең янына!
Мәңге үлмәҫ халҡың янына!!!
Автор - Рәүфә Айытбаева


Иней, инәй — әсәй ( Инйәр ҡатай диалекты)

https://vk.com/agidel_rb

Автор:
Читайте нас