

Һис ялҡытмаҫ, һәр саҡ кәрәкле.
Һиҙҙермәйсә генә бүлеп биреп,
Һөйөү тулы, ярһыу йөрәкте...
Һеҙҙең өсөн шишмә булыр инем,
Сарсағанда ятып эсәрлек...
Тере һыуым көстәр бирер ине,
Бөтә ғүмерҙәргә етәрлек...
Һеҙҙең өсөн ялҡын булғым килә,
Доньяларҙың ҡыуып һалҡынын,
Йөрәктәрҙең уты һүрелгәндә,
Тоҡандырып йәшәү ялҡынын...
Сәкинә Тотманова.