Көнгәк
+6 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
27 Сентября , 02:05

Минең күңел

Минең күңел - ҙур бер ауыл, Балҡып тора уттары. Кешеләре изге йәнле, Шундай күркәм йорттары.

Добавить в предпочтительные источники Google
Минең күңелМинең күңел
Минең күңел

Минең күңел - ҙур бер ауыл,

Балҡып тора уттары.

Кешеләре изге йәнле,

Шундай күркәм йорттары.

Яңы хистәр - яңы йорттар,

Шулар ҙа бар өмөтөм.

Һәр йортта - сабый тауышы,

Мөрйәнән сыға төтөн.

Эшләгән һайын изгелек,

Эй, яңыра хистәрем!

Һеҙ ҙә өмәгә сығығыҙ

Иртәләрен - кистәрен.

Минең күңел - бер ҙур ауыл,

Ул матур халҡы менән.

...Кешеләргә һөйөү булғас,

- Күңелем яҡты, беләм!

Рамай Ҡаһиров. 

Автор:
Читайте нас