Конгэк
+29 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Август 2021, 14:13

Ҡотлайбыҙ!

Ошо көндәрҙә педагогия хеҙмәте ветераны, райондың “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Асия Мөхәмәтулла ҡыҙы Латипова күркәм юбилейы айҡанлы яҡындарынан, хеҙмәттәштәренән, дуҫтарынан ҡотлау һүҙҙәре ҡабул итә. Ихлас тәбрикләүҙәргә ҡушылабыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.

Асия Мөхәмәтулла ҡыҙы, һеҙ матур һәм сағыу ваҡиғаларға бай педагогия хеҙмәте юлы үттегеҙ. Бер нисә тиҫтә быуын балаларға белем һәм тәрбиә биреп, район мәғариф системаһы үҫешенә тос өлөш индерҙегеҙ. Хаҡлы ялда ла йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашаһығыҙ, үҙегеҙҙең тормош тәжрибәгеҙ менән йомарт уртаҡлашаһығыҙ.

Һәр саҡ шулай мөләйем, ярҙамсыл, эштә лә, тормошта ла үҙ өлгө булып оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәгеҙ. Сәләмәтлек, йән тыныслығы, күңел бөтөнлөгө, балалар игелеге теләйбеҙ! Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың, изге күңелле кешеләр генә булһын!

Беҙ теләйбеҙ һиңә аҡ бәхеттәр,

Шатлыҡтарға илткән юл ғына.

Байрамдың матур хәтирәһе

Күңелендә ҡалһын уйылып,

Уңыш-ырыҫ юлдаш булһын һиңә,

Көндәреңде ҡояш биҙәһен.

Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,

Ошо бәхет ситләп үтмәһен!

Изге теләктәр менән Мәләүез район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: