Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Август 2021, 09:44

Йәйге ял дауам итә

Каникулдың һуңғы айы башланды.

Йәйге ял дауам итә
Йәйге ял дауам итә

 

Каникулдың һуңғы айы башланды. Лагерға бармаған балалар өсөн төрлө саралар үткәрелеүе дауам итә. Экология үҙәге өҫтәмә белем биреү педагогтары ойошторған “Күңелле балыҡсы” сараһы барыһына ла оҡшаны. Кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр төрлө конкурста ҡатнашып, республика, район биләмәһендә аҡҡан йылғалар балыҡтары тураһында белемен күрһәтте.

Күптән түгел Иван Яковлев исемендәге сыуаш ижад үҙәге педагогтары 32-се биҫтә майҙансығында уҙғарған конкурста йәш быуын рәхәтләнеп уйнаны, йомаҡ, кроссворд систе, “пират байлыҡтарын” эҙләне. Бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡҡас, татлы приздар тултырылған һандыҡҡа юлыҡтылар. Бындай конкурстар балаларҙа отҡорлоҡ, зирәклек, етеҙлек кеүек сифаттар ғына түгел, ә уларҙа команда рухы, ярҙамсыллыҡ, дуҫлыҡ хистәре лә тәрбиәләй.

Лена АБДРАХМАНОВА.

Йәйге ял дауам итә
Йәйге ял дауам итә
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: