Конгэк
+18 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Сентябрь 2021, 09:21

Бөгөн - Тәрбиәселәр көнө

Уҙған уҡыу йылында Ҡотош ауылының “Миләшкәй” балалар баҡсаһы “Башҡорт телендә белем биреүсе иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы” I төбәк-ара конкурсында еңеүсе тип танылды. Педагогия коллективы кескәйҙәрҙе башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеү, бай тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә ҡыҙыҡһыныу уятыу өлкәһендә ҡулланылған белем биреү технологияларын тәҡдим итеп, республика кимәлендә лайыҡлы билдәләнде һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының дипломы, ҡиммәтле приздар менән бүләкләнде.

Бөгөн - Тәрбиәселәр көнө
Бөгөн - Тәрбиәселәр көнө

Балалар баҡсаһы мөдире Айгөл Ишмөхәмәтова әйтеүенсә, был мәртәбәле сараның республика этабында алтмышҡа яҡын мәғариф ойошмаһы араһында маҡтаулы урынға лайыҡ булыу - тәрбиәселәрҙең оҙайлы һәм эҙмә-эҙлекле эш һөҙөмтәһе.

- Кескәйҙәр туған мөхитендә тәрбиәләнһен, башҡорт телендә һөйләшә, йырлай, шиғырҙар һөйләй, фекерләй алһын өсөн беҙҙең педагогтар бер туҡтауһыҙ эшләй. Даими рәүештә белемдәрен камиллаштыра, ижади эҙләнә, заманса технологияларҙы үҙләштерә. Тәрбиәселәр ҙә, балалар ҙа иртән баҡсаға ҙур теләк һәм дәрт менән килһен өсөн бөтә шарттар булдырылған, - ти Айгөл Марат ҡыҙы. - 1968 йылда сафҡа ингән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының 50 йыллығына бик яҡшы ремонт үтте. 2018 йылда - бинаның эске, бер йылдан һуң тышҡы яғы төҙөкләндерелде. Стенаһы тигеҙләп буялды, иҙән-тәҙрәләр, ишектәр, йылытыу системаһы, электр селтәре тулыһынса алмаштырылды, яңы йыһаздар алынды. Асфальт түшәлде, тротуарға бордюрҙар һалынды, майҙансыҡта ҡыйығы ябыҡ веранда төҙөлдө.

Балалар баҡсаһында бөгөн ике төркөмдә 30 бала тәрбиәләнә. Тәрбиәселәр Гүзәл Сәғитова, Хәмиҙә Баянова - оҫта ҡуллы, оло йөрәкле педагогтар, ә уларҙың ярҙамсылары Альбина Әхтәмова, Гүзәл Әхмәтйәнова, ашнаҡсы Фәйрүзә Фазләхмәтова - үҙ эшен яратҡан, кешелекле, кеселекле, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысҡа яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙәр. Улар мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларға тәғәйенләнгән программаға ярашлы, йәш быуындың гармониялы үҫеше, тиҫтерҙәре менән үҙ-ара иркен аралашып уйнаһын, үҙҙәренең һәләтен күрһәтә һәм ғәмәлгә ашыра алһын өсөн бар мөмкинлектәрҙе тыуҙырырға тырыша. Кескәйҙәрҙе төрлө яҡлап үҫтереү, уларҙы тәрбиәләүҙә юғары кимәлгә өлгәшеү, ихтыяждарын бойомға ашырыу, ижади фекерләргә һәм тәртип ҡағиҙәләренә өйрәтеү, физик һәм психик үҫешенә булышлыҡ итеү йәһәтенән күп көс һалалар. Эш һөҙөмтәһе булып уларҙың төрлө кимәлдәге ярыштарҙа юғары күрһәткестәр яулауы тора. Мәҫәлән, былтыр “Күңелле йәйғор” муниципаль конкурсында Ынйы Вәлиева шиғыр һөйләү буйынса Гран-при алды. Руфина Әхмәтйәнова вокалда беренсе урынға сыҡты. Балалар баҡсалары араһында үткәрелгән спартакиаданан, төрлө акцияларҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырышалар. Былтыр беренсе тапҡыр “Беҙ - гагаринсылар” конкурсында ҡатнашҡандар. Был мәртәбәле конкурстарға балаларҙы өлкән төркөмдөң тәрбиәсеһе Хәмиҙә Хәлим ҡыҙы Баянова әҙерләне.

- Балалар һабантуйын, “Нардуған”, “Ҡарға бутҡаһы” кеүек халыҡ байрамдарын үткәреү күркәм йолаға әүерелгән. Был милли сараларға кескәйҙәр алдан әҙерләнә башлай. Шиғырҙар ятлай, йырҙар, бейеүҙәр өйрәнә, тематик дәрестәр, күнекмәләр, әңгәмәләр, викториналар үткәрелә. Ауыл китапханаһы, мәҙәниәт йорто һәм мәктәп берлегендә ойошторолған байрамдарҙа ла ҡатнашабыҙ. Тәбиғәткә, тирә-яҡ мөхиткә һөйөү уятыу маҡсатында ауылдың хозур урындарына экскурсияға сығыу ҙа кескәйҙәрҙә илһөйәрлек рухы тәрбиәләй. Улар шишмә янында үҫкән үләндәр, сәскәләр, ағастар менән ҡыҙыҡһына, өйрәнә. Быларҙың барыһы ла балаларҙың телмәрен байытырға, уларҙы төрлө яҡлап үҫтерергә булышлыҡ итә. Был иһә беҙҙең - төп бурысыбыҙ.

Бөгөн - Тәрбиәселәр көнө
Бөгөн - Тәрбиәселәр көнө
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: