Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Сентябрь 2022, 15:00

Яңы мөмкинлектәр асылды!

Восточный, Александровка, Смаҡ һәм Самаро-Ивановка мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәләре” барлыҡҡа килде

Яңы мөмкинлектәр асылды!
Яңы мөмкинлектәр асылды!

Башҡортостанда “Заманса мәктәп” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Мәләүез районында ғына һигеҙ “Үҫеш нөктәһе” иҫәпләнә ине, хәҙер уларҙың һаны тағы ла артты. Восточный, Александровка, Смаҡ һәм Самаро-Ивановка ауылдарында заманса кластар асылды. Тантаналы сара 12 сентябрҙә үтте. Байрамға тәжрибәле уҡытыусы-ветерандар ҙа саҡырылған ине. Улар яңы кабинеттар менән танышты. Ә уҡыусылар физика һәм химия өлкәһендәге белемдәрен күрһәтеп, тәжрибә үткәрҙе, һөнәрҙәрен күрһәтте.

Мәртәбәле ҡунаҡтар яңы кластарҙағы шарттарға һоҡланды. “Беҙ уҡытҡан саҡта бындай приборҙар булманы. Балалар парта артында өсәрләп ултыра торғайны, сөнки һәр береһенә хатта колбалар ҙа етмәй ине. Ул ваҡытта 30-33 бала уҡыны бит. Нисек инде был яңы класта эшләмәҫкә! Хатта яңынан мәктәпкә барып уҡытҡы килеп китте. Заманалар алға бара, мәктәптәр ҙә йыһазладырып тора – был бигерәк тә яҡшы,” - ти 40 йылдан ашыу Смаҡ мәктәбендә химия уҡытыусыһы һәм директор урынбаҫары булып эшләп, хаҡлы ялға киткән Фәүзиә Йомағолова.

Ысынлап та, бында нимә генә юҡ: яңы өс цифрлы микроскоп, реактивтар, һауыттар, өсәр һанлы лаборатория биология һәм химия дәресенә, төрлө приборҙар һәм ҡорамалдар, аҙаҡ ноутбук менән дә тулылана. Физика кабинетында ҡыҙҙар һәм егеттәр “Робототехника” түңәрәгендә шөғөлләнә ала, бәлки улар киләсәктә бөйөк инженер, фән эшмәкәрҙәре булып китерҙәр. Уҡыусылар проект һәм тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә аласаҡ.

“Кабинеттар уңайлы. Балалар киләсәктә агроном, биолог, химик, ветеринар врачтары ла булып эшләй аласаҡ. Экология, нефть һәм химия өлкәһендә уңыштарға өлгәшә ала. Беренсе көндән үк күптәрҙең был йүнәлешкә ынтылыш артты, дәрестәрҙе түҙемһеҙлек менән көтәләр, хатта өҫтәмә күнекмәләргә лә йөрөй башланылар,” – ти Динис Бүләков исемендәге Смаҡ мәктәбе химия һәм биология уҡытыусыһы Роза Бикбулатова.

 Бер “Үҫеш нөктәһен” йыһазландырыу 1,5 млн һумға төшкән, был суммаға кабинеттар өсөн йыһаздар һатып алыу, уларҙы ремонтлау инә. Яңы үҙәктәр өсөн уҡытыусылар махсус әҙерлек үтә. “Тиҙҙән үҫеш нөктәһе мәктәптең ижтимағи тормошоноң үҙәге булыр тип ышанабыҙ. Бында барыһы ла беҙҙең өсөн яңы, беҙ балалар менән өйрәнәсәкбеҙ. Был үҙәк ярҙамында уҡыусылар һәр яҡлап үҫеш алыр, үҙҙәренә яңы мөмкинлектәр асыр, тип ышанабыҙ, - ти Первомай ауылы мәктәбе филиалы мөдире Әлфиә Хәмиҙуллина.

"Үҫеш нөктәһе" ауыл мәктәптәрендә уҡыусыларҙың  белем кимәлен күтәрергә, дәрестән тыш өҫтәмә шөғөлләнергә булышлыҡ итә. Балалар өсөн бөтә уңайлылыҡтар ҙа булдырылып тора, уларға тик яҡшы уҡырға, кеше булып үҫергә генә ҡала.

Гөлназ САЛАУАТОВА.

Автор фотолары.

Яңы мөмкинлектәр асылды!
Яңы мөмкинлектәр асылды!
Яңы мөмкинлектәр асылды!
Яңы мөмкинлектәр асылды!
Яңы мөмкинлектәр асылды!
Яңы мөмкинлектәр асылды!
Яңы мөмкинлектәр асылды!
Яңы мөмкинлектәр асылды!
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: