Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Сентябрь 2022, 09:02

Уҡыу йорто эш биреүселәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй

22 сентябрҙә Мәләүез индустриаль колледжында "Йәштәргә - эш!” вакансиялар йәрминкәһе сиктәрендә «Сығарылыш уҡыусыларының карьераһын төҙөү һәм идара итеү» темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Акцияны район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге һәм уҡыу йорто үткәрҙе.

Уҡыу йорто эш биреүселәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй
Уҡыу йорто эш биреүселәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй

Эш биреүселәрҙән йәрминкәлә «Мәләүез минераль ашламалары», «Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалары заводы», Мәләүез районы буйынса ведомство-ара һаҡ бүлеге, Күмертау авиация етештереү предприятиеһы (КумАПП), «Дом-сервис», “Востокнефтезаводмонтаж” һәм башҡа предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙар, индустриаль колледждың 300-ҙән ашыу уҡыусыһы, шулай уҡ күп профилле һөнәри колледждың механика һәм төҙөлөш бүлеге студенттары ҡатнашты. Йәштәр эш биреүселәр менән туранан-тура аралашты, һорауҙар бирҙе.

Колледж директоры Зөфәр Ғималетдинов предприятиелар вәкилдәре менән “түңәрәк өҫтәл” ҡорҙо.

-Эшсе кадрҙарға ихтыяж ҙур булған шарттарҙа уҡыу йорттары һәм эш биреүселәрҙең хеҙмәттәшлеге бөгөн актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Индустриаль колледж - Мәләүез иҡтисадының барлыҡ өлкәләре өсөн кадрҙар әҙерләү өсөн база уҡыу йортона әүерелде. Бында заманында химия һәм тимер-бетон ҡоролмалары заводтары өсөн кадҙар әҙерләнде. 109-сы һәм 39-сы училищелар ауыл хужалығы, төҙөлөш, йәмәғәт туҡланыуы, сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү өлкәһенә белгестәр уҡытып сығарҙы. Ғөмүмән, ҡалала һәм районда беҙҙең сығарылыш уҡыусылары эшләй алмаған бер генә предприятие ла, ойошма ла юҡтыр, - тип әйтеп үтте колледж директоры.

Шулай уҡ индустриаль колледж 25 йыл дауамында Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәр өсөн офицерҙар әҙерләй. Кадеттар корпусының даны республиканан тыш билдәле. Был ваҡыт эсендә хәрби әҙерлекле һәм граждан һөнәрле 1200-ҙән артыҡ егет һәм ҡыҙ сығарылды.

Бөгөнгө көндә колледжда 730 уҡыусы төрлө һөнәр үҙләштерә. Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы, Башланғыс һөнәри әҙерлек үҙәге, Ворлдскиллс Рәсәй академияһы ярҙамы менән колледжда оҫтаханалар модернизацияланды. Бөгөн «хеҙмәтте һаҡлау», «икмәк бешереү», «мода технологиялары» компетенциялары буйынса заманса йыһазландырылған майҙансыҡтар эшләй. Уларҙы модернизациялауға 8 миллиондан ашыу аҡса бүленгән. Хәҙерге ваҡытта донъя стандарттары буйынса Ҡаран ауылындағы автополигонда «Ауыл хужалығы машиналарын эксплуатациялау» майҙансығы әҙерләнә. Аҙаҡ «Парикмахер эше» һәм «Иретеп йәбештереү технологиялары» майҙансыҡтарын яңыртыу көтөлә.

Колледждың өлкән мастеры Ирина Прокудина эш биреүселәр менән хеҙмәттәшлек аспекттарын ентекләп яҡтыртты.

- Анализ шуны күрһәтә: сығарылыш уҡыусыларының күбеһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мәләүездә ҡалмай. Бының объектив һәм субъектив сәбәптәре бар. Беренсенән, уҡыусылар хәрби хеҙмәт итергә бара, сөнки уҡыусыларҙың 60 проценты– егеттәр. Граждан һөнәрҙәре һәм хәрби әҙерлек алған кадеттар йыш ҡына хәрби карьераға өҫтөнлөк бирә. Колледжда башҡа ҡалаларҙан килеп ситтән тороп уҡыусылар бик күп, улар уҡыуҙы тамамлағандан һуң тыуған яҡтарына ҡайта, - ти Ирина Васильевна. - Шуға күрә эш биреүселәр менән бындай осрашыуҙар һәм диалог беҙгә кәрәк, колледж предприятиеларҙың конкрет заказдары буйынса эшләй ала.

Колледж уҡыусыһы Владислав Чуднов етештереү практикаһының ҡайҙа һәм нисек уҙыуы тураһында үҙ тәьҫирҙәре менән уртаҡлашты. Буласаҡ кондитер бөгөн кафеларҙың береһендә практика үтә, унда ул төрлө һөнәр буйынса күнекмә ала – бармен, официант һәм башҡалар. Ул йәштәштәренә яңылыҡтарға асыҡ булырға, һөнәри оҫталыҡ конкурстарында ҡатнашырға, тырышырға кәңәш бирҙе.

Эш биреүселәр колледж менән күп йылдар тығыҙ бәйләнештә тороуын әйтеп үтте. «Востокнефтезаводмонтаж” йәмғиәте директоры урынбаҫары Евгений Нурыев әйтеүенсә, предприятиеларында училищены тамамлаған беренсе уҡыусыларҙың хаҡлы ялға оҙатыу тантаналары уҙа. Колледжда һөнәр алған мәләүездәрҙең быуыны әрмелә хеҙмәт иткән, һуңынан ВНЗМ-ға эшкә урынлашҡан һәм уларҙың күбеһенең хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу бар.

«Мәләүез минераль ашламалары» кадрҙар бүлеге белгесе Әлфиә Арыҫланова ла тығыҙ хеҙмәттәшлек тураһында әйтте. Завод һәм колледждың етештереү практикаһын уҙыуҙа, сығарылыш  уҡыусыларын эшкә урынлаштырыуҙа, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреүҙә бәйләнеш яйға һалынған. Күмертау авиация етештереү предприятиеһы кадрҙар менән тәьмин итеү бюроһы етәксеһе Надежда Позднякова КумАППка эшкә урынлашыу перспективалары, социаль гарантиялар һәм йөкләмәләр тураһында һөйләне.

Эш биреүселәр сығышы уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Эшлекле һөйләшеү ҡатнашыусылар өсөн файҙалы булды.

Гөлназ САЛАУАТОВА.

Автор фотоһы.

Уҡыу йорто эш биреүселәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй
Уҡыу йорто эш биреүселәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй
Уҡыу йорто эш биреүселәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: