Конгэк
-5 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Сентябрь , 08:58

Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар

Үрге Юлдаш ауылы балалар баҡсаһы үҫкәндән үҫә, юғары һөҙөмтәләр яулай.

Һәр кемгә үҙенең тыуып үҫкән төбәге, уның халҡы, ауылда урынлашҡан биналары һәр ваҡыт иң яҡын булып тора. Кеше ҡайҙа ғына бармаһын, йәшәмәһен, үҙенең тыуған ерен һағына.

Мәләүез районы йәмле Ағиҙел буйында урынлашҡан Үрге Юлдаш ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы тураһында яҙып үткем килә. Был баҡса 2012 йылда ауыл мәктәбе бинаһында булдырылды, 11 йыл эшләп килә. Иң беренсе сыҡҡан балалар әлеге ваҡытта ҙур ҡыҙҙар, егеттәр булып бара инде.

Бөгөн “Ҡояшҡай”ҙа 20 бала тәрбиәләнә. Өлкән тәрбиәсе Гөлгөнә Әбделғужина, тәрбиәсе Лилиә Асҡарова һәм тәрбиәсе ярҙамсыһы Гөлнара Йәрмөхәмәтова эшләй. Балалар баҡсаһы асылған ваҡытта башҡорт балалары ғына йөрөһә, әлеге көндә башҡорт, татар, урыҫ милләтле балалар ҙа йөрөй. Кескәйҙәр татыу, ярҙамсыл. Өлкән төркөмдәгеләр тәрбиәсенең уң ҡул  булып тора, бәләкәстәрҙе ҡарашырға ярҙам итә. Ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған, баҡсала үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашалар.

Тәрбиәләнеүселәр ҙә үҙен төрлө яҡлап һынап ҡарай.  “Минең  шәжәрәм” муниципаль конкурсында Әмир Ишһарин гран-при, Алтынай Асҡарова беренсе урын  яуланы. “Урал батыр”ҙа София Ишһарина менән Алтынай Асҡарова тәүге ике урынды алды. “Өләсәйем әкиәттәре” республика конкурсында София Ишһарина , “Һаумы,һаумы, әкиәт”  төбк-ара конкурста “Әкиәтте сәхнәләштереү” номинацияһында өлкән төркөм балалары беренсе урынға лайыҡ булды. Быларҙың барыһы ла тәрбиәселәр ярҙамы менән башҡарылған эш. Тәрбиәселәр ҙә һынатмай, төрлө кимәлдәге сараларҙа юғары һөҙөмтәгә өлгәшә. Лилиә Асҡарова “Йыл тәрбиәсеһе - 2022” район конкурсында еңеүсе булды, башҡорт теле буйынса республика кимәлендә ҡатнашып, бик күп мәғлүмәт, фәһем,  таныулыҡ алды, һөнәри яҡтан үҙен үҫтерҙе. Тырышлығын, эшлеклелеген күрһәткәндән  һуң уны төньяҡ балалар баҡсалары методик берекмәһе етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр. 

Бына шулай, Үрге Юлдаш ауылы балалар баҡсаһы йылдан-йыл үҫешә, юғары күрһәткестәре менән ҡыуандыра. Артабан да уларға уңыш юлдаш булһын тип теләргә генә ҡала.

Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас в