Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
15 Декабрь 2021, 13:35

Тиҙҙән Яңы йыл етә!

(авторы Люция Фазлиәхмәтова) Көн менән төн алышынып,Аҙналар, айҙар аға.Һиҙҙермәйсә тағы бер йылҮтеп тә китеп бара.Был йыл бик үҙенсәлекле:Тажлы һәм кодлы булды,Бығаса ишетелмәгәнЗакондар тыуып торҙо.Декабргә аяҡ баҫтыҡ,Мөғжизә көтә күңел!Ауыр тоҡло Ҡыш бабабыҙ Беҙҙең өсөн ят түгел.Бала саҡтан көтөп алдыҡУның һәр бер килеүен,Ихлас итеп сәпәкәйләпБеҙгә ҡарап көлөүен.Иңендәге тылсым тоғоҠыҙыҡһындырҙы барын,Ошо тоҡто астырырғаТиҙ таба инек яйын.Кемдер бейей тыпыр-тыпырДәртле гармун көйөнә,Йырлап алған тәмлекәскәБарыһы ла һөйөнә.Ҡыш бабабыҙ! Бөгөн һиңәКүбәйҙе әйтер һүҙҙәр!Өмөт бағлап һиңә ҡарайКүр әле, күпме күҙҙәр!Һин, Ҡыш бабай, ҡайтар беҙгәЭлеккесә йылдарҙы!Ҡышын яуҙыр (беҙ көтәбеҙ!)Ябалаҡлап ҡарҙарҙы!Яҙ ҙа килһен ваҡытында,Ташһын шашып йылғалар,Һағынышып, һуңламайса,Ҡайтһын аҡҡош, торналар!Йәйҙәр күңелде күтәрһен,Йылы ямғырҙар яуһын,Йәйғор ҡалҡһын, бер ҡазаһыҙЙәшен гөрһөлдәп уҙһын!Көҙөн ырҙын табағындаАлтын өйөмдәр ҡалҡһын!Тыныс, матур был тормоштаБалалар тыуып торһон!Эй, Ҡыш бабай! Яңы йылыңТөклө аяҡлы булһын!Һәр беребеҙҙең иңенәБәхет һәм ырыҫ ҡунһын!

Тиҙҙән Яңы йыл етә!
Тиҙҙән Яңы йыл етә!

Көн менән төн алышынып,
Аҙналар, айҙар аға.
Һиҙҙермәйсә тағы бер йыл
Үтеп тә китеп бара.

Был йыл бик үҙенсәлекле:
Тажлы һәм кодлы булды,
Бығаса ишетелмәгән
Закондар тыуып торҙо.

Декабргә аяҡ баҫтыҡ,
Мөғжизә көтә күңел!
Ауыр тоҡло Ҡыш бабабыҙ

Беҙҙең өсөн ят түгел.

Бала саҡтан көтөп алдыҡ
Уның һәр бер килеүен,
Ихлас итеп сәпәкәйләп
Беҙгә ҡарап көлөүен.

Иңендәге тылсым тоғо
Ҡыҙыҡһындырҙы барын,
Ошо тоҡто астырырға
Тиҙ таба инек яйын.

Кемдер бейей тыпыр-тыпыр
Дәртле гармун көйөнә,
Йырлап алған тәмлекәскәБарыһы ла һөйөнә.

Ҡыш бабабыҙ! Бөгөн һиңә
Күбәйҙе әйтер һүҙҙәр!
Өмөт бағлап һиңә ҡарай
Күр әле, күпме күҙҙәр!

Һин, Ҡыш бабай, ҡайтар беҙгә
Элеккесә йылдарҙы!
Ҡышын яуҙыр (беҙ көтәбеҙ!)
Ябалаҡлап ҡарҙарҙы!

Яҙ ҙа килһен ваҡытында,
Ташһын шашып йылғалар,
Һағынышып, һуңламайса,Ҡайтһын аҡҡош, торналар!

Йәйҙәр күңелде күтәрһен,
Йылы ямғырҙар яуһын,
Йәйғор ҡалҡһын, бер ҡазаһыҙ
Йәшен гөрһөлдәп уҙһын!

Көҙөн ырҙын табағында
Алтын өйөмдәр ҡалҡһын!
Тыныс, матур был тормошта
Балалар тыуып торһон!

Эй, Ҡыш бабай! Яңы йылың
Төклө аяҡлы булһын!
Һәр беребеҙҙең иңенә
Бәхет һәм ырыҫ ҡунһын!


Тиҙҙән Яңы йыл етә!
Тиҙҙән Яңы йыл етә!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: