Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Яратҡан йырҙарыбыҙҙың береһе

Ялан сәскәләре Тәүге тапҡыр һинән сәскә алдым, Тап шул килеш ҡалдың хәтерҙә. Ялан сәскәләрен күргән һайын Иҫкә төшәһең һин хәҙер ҙә.

Ялан сәскәләре

Тәүге тапҡыр һинән сәскә алдым,
Тап шул килеш ҡалдың хәтерҙә.
Ялан сәскәләрен күргән һайын
Иҫкә төшәһең һин хәҙер ҙә.

Һиңә тиклем башҡа берәү таңдан
Миңә гөлдәр бүләк итмәне.
Һәр йыл һайын тыуған көнөм етһә,
Миңә шул гөл, шул гөл етмәне.

Гөлләмәләр була ҡосаҡ-ҡосаҡ,
Дуҫтар ҙа күп төрлө йәштәге,
Барыһы бар, тик һин генә юҡһың
Юҡ тағы ла ялан сәскәһе.

Тәүге күкрәү булып килдең дә һин,
Алып киттең бәхет күгенә,

Яҙғы бер йыр булып, бер моң булып
Ләйсән булып калдын күңелемдә.

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: