Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
16 Сентябрь 2022, 08:19

"КИТАП БҮЛӘК ИТӘМ" акцияһына ҡушылығыҙ

Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала, шарт буйынса китап бүләк итеүсе дилбегәне артабан берәй яҡын, хөрмәтле кешеһенә йә туғанына-дуҫына тапшырырға тейеш.

"КИТАП БҮЛӘК ИТӘМ" акцияһына ҡушылығыҙ
"КИТАП БҮЛӘК ИТӘМ" акцияһына ҡушылығыҙ

"Ағиҙел" журналы ойошторған "Аҡмулла арбаһы" проекты сиктәрендә "КИТАП БҮЛӘК ИТӘМ" тигән акция-эстафетаһына беҙ ҙә ҡушылығыҙ!

Акцияла ҡатнашыуҙы дәлилләп социаль селтәрҙә фото йә видео ҡуйғанда #Аҡмуллаарбаһы һәм #китап_бүләк_итәм тигән хештегтар ҡуйырға кәрәк буласаҡ. Акция 1 ноябргә тиклем бара.
Көҙҙәрҙе йөкмәткеле китаптар менән йәмләп ебәрәйек, дуҫтар!
Акция-эстафета еңеүселәрен тура эфирҙа осраҡлы һандар генераторы ярҙамында билдәләп бүләкләйәсәкбеҙ.
Ә инде төп еңеүсегә "Ағиҙел"дең 100 йыллығын билдәләү тантанаһында журналдың юбилейы айҡанлы әҙерләнгән ике томдан торасаҡ "Ағиҙел"дән 100 хикәйә" тип аталған уникаль китап тапшырыласаҡ.

Акцияны "Ағиҙел"дең баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин башлап ебәргәйне. Унан эстафетаны "Шоңҡар" журналының баш мөхәррире, яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов ҡабул итеп, артабан ҡәләмдәштәренә тапшырҙы! Атап әйткәндә, шағир һәм журналист Рәшит Зәйнуллинға, яҙыусы-сатирик Венер Исхаҡовҡа, йәш прозаик Заһиҙә Мусинаға яраткан китаптарын бүләк итте.

Һеҙ ҙә акцияға ҡушылығыҙ, дуҫтар! Китаплы халыҡ - бәхетле халыҡ!

 

фото: culture.ru

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: