ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
19 Сентябрь 2022, 17:00

Курск ҡалаһында "Ай тотолған төндә" спектакленең премьераһы уҙҙы

9 сентябрҙә А.С.Пушкин исемендәге Курск дәүләт драма театры 231-се театр миҙгелен башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәримдең пьесаһы буйынса «Ай тотолған төндә» спектакле менән асты

Курск ҡалаһында "Ай тотолған төндә" спектакленең премьераһы уҙҙы
Курск ҡалаһында "Ай тотолған төндә" спектакленең премьераһы уҙҙы

9 сентябрҙә А.С.Пушкин исемендәге Курск дәүләт драма театры 231-се театр миҙгелен башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәримдең пьесаһы буйынса «Ай тотолған төндә» спектакле менән асты. Премьера спектаклен Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов та тамаша ҡылды.

- Беҙҙең милли классиктың әҫәрен һайлауығыҙ өсөн рәхмәт. Беҙ быны оло хөрмәт билдәһе тип ҡабул итәбеҙ. Театрығыҙ Мостай Кәримдең үлемһеҙ трагедияһына үҙ ҡарашын белдерҙе. Тамашасылар алдында мөхәббәт һәм тоғролоҡ, азатлыҡ һәм бурыс, нәфсе һәм көсһөҙлек, нәфрәт һәм сабырлыҡ кеүек мәңгелек темалар асыла,- тине Илнур Мөхйәнов.

- Спектакль тамашасыларға көслө тәьҫир итте. Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәновҡа беҙҙең төбәккә килгәне өсөн рәхмәт белдерәм. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың уртаҡ тарихи дуҫлыҡ тамырҙары, ныҡлы рухи бәйләнеше бар, һәм был, һис шикһеҙ, заманса мәҙәниәтте формалаштырыуҙа мөһим әһәмиәткә эйә, - тип аңлатма бирҙе Курск өлкәһенең мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Юлия Полетыкина.

Мостай Кәрим «Ай тотолған төндә» трагедияһын 1963 йылда ижад иткән. Пьеса беренсе тапҡыр 1964 йылда М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйыла һәм һуңынан уны А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры, Салауат башҡорт дәүләт драма театры, Туймазы дәүләт татар драма театры, Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры, Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт театры, Моссовет исемендәге театр, А.С.Пушкин исемендәге Мәскәү театры, Үзбәк дәүләт драма театры һәм башҡалар сәхнәгә сығара.
Шулай уҡ «Ай тотолған төндә» трагедияһы буйынса балет һәм опера ҡуйылған. Ә 1978 йылда Свердловск киностудияһында Бүрәт Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссёр Барас Халзанов был әҫәр нигеҙендә фильм төшөрә, һәм унда Тәңкәбикә ролен СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова башҡара.

Башҡорт классигының әҫәренең Курск драма театрында ҡуйылыуы Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында айырыуса әһәмиәтле. «Ай тотолған төндә» спектаклен театрҙың художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Рәсәйҙең дәүләт премияһы лауреаты, «Алтын битлек» милли театр премияһы лауреаты Юрий Бурэ сәхнәләштерҙе.

«Ай тотолған төндә» Курск театрында йәнә сентябрь аҙағында күрһәтеләсәк.

 

фото һәм мәғлүмәт: https://kulturarb.ru/

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: