Конгэк
+24 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
9 Ноябрь 2022, 17:50

Сәкинә ТОТМАНОВА шиғыры

Ошо йортта мине яраталар, Бер ниндәй ҙә шарттар ҡуймайса. Атай - әсәй һүҙе... ҡараштары... Иркәләнәм генә туйғанса!

Сәкинә ТОТМАНОВА шиғыры
Сәкинә ТОТМАНОВА шиғыры



Хаталаныу бында мөмкин түгел,
Һинең һүҙең һәр саҡ хаҡ һымаҡ.
Теләгәндә бында мин хужамын,
Ә ҡайсаҡта - затлы ҙур ҡунаҡ.

Бында көслө булыу мөһим түгел,
Белмәһәң дә, ғәйеп итмәҫтәр.
Һине иң хөрмәтле кеше күреп,
Яңғыҙыңды ташлап китмәҫтәр...

Телефондың һис тә кәрәге юҡ...
Иң яҡындар һинең яныңда.
Төн йоҡолар бында үтә тәмле,
Торғо килмәй әле таңын да.

Өйгә ҡайтам... Ҡайтам асылыма.
Бер хәйләһеҙ бала сағыма...
Ошо бәхет ташламаһын ине,
Оҙаҡ - оҙаҡ йылдар тағы ла!


Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: