Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

- Күп һөйләйһең, килешмәй, - тип, әйттең, әсәй. Тыңланым.

Һөйләр һүҙҙәр күп булһын!

- Күп һөйләйһең, килешмәй, - тип
Әйттең, әсәй. Тыңланым.
Нишләп һүҙем күп булғанын
Йылдар үткәс аңланым.

Бәхет кенә һүҙсән, әсәй,
Шатлыҡ артыҡ һөйләтә,
Ҡайғылының өн-тыны юҡ,
Һағыш эстән көйрәтә.

Шуға күрә балаларым
Күп һөйләһә — тыймайым,
Эстән генә һөйөнәм дә
Рәхәтләнеп тыңлайым!

Миңә ҡыҙыҡ бөтәһе лә:
Нисек үткән көндәре,
Төштәрендә нимә күргән,
Бәхетлеме өндәре…

…Балаларым ҡайтҡан һайын
Тауышҡа донъям тулһын.
Эй, Хоҙайым, бер үк кенә
Һөйләр һүҙҙәр күп булһын!

Фирүзә Абдуллина.

- Күп һөйләйһең, килешмәй, - тип, әйттең, әсәй. Тыңланым.
- Күп һөйләйһең, килешмәй, - тип, әйттең, әсәй. Тыңланым.
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: