Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

ӨЛГӨРӨРБӨҘ

Яңғыҙ күршем “еңел” донъя көтә,Эшләнә лә ҡуя эштәре!Иҫем китеп ҡайсаҡ ҡарап торам:Нисек кенә етә көстәре?!

ӨЛГӨРӨРБӨҘ
ӨЛГӨРӨРБӨҘ

Яңғыҙ күршем “еңел” донъя көтә,
Эшләнә лә ҡуя эштәре!
Иҫем китеп ҡайсаҡ ҡарап торам:
Нисек кенә етә көстәре?!

Ул бер көндә эшләп ҡуйған эште
Ай буйына башлай алмайым:
Йорт хужаһы арый, ул ял теләй,
Ирҙән үтеп булмай – аңлайым!

Өй эсендә тауыш булмаһын, тип
Ауыҙлыҡлап тыйып үҙемде,
Көтөп торам. Күршем эргәһендә
Күтәрергә оят күҙемде.

Оят булһа булһын! Тыныс булһын
Иртәләрем, көнөм, кистәрем!
Тороп торһон эшем. Өлгөрөрбөҙ.
Һау ғына бул бер үк, тиҫкәрем!

Фирүзә Абдуллина.

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: