Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

ТЫУҒАН ЙОРТ ЙЫЛЫҺЫ

Өйөбөҙ ике бүлмәле —Бөтәбеҙ ҙә һыйырлыҡ,Бирҙе беҙгә йылыһынҒүмер буйы тойорлоҡ.

ТЫУҒАН ЙОРТ ЙЫЛЫҺЫ
ТЫУҒАН ЙОРТ ЙЫЛЫҺЫ

Өйөбөҙ ике бүлмәле —
Бөтәбеҙ ҙә һыйырлыҡ,
Бирҙе беҙгә йылыһын
Ғүмер буйы тойорлоҡ.

Олатай, ике оләсәй,
Атайым менән әсәй,
Балалар менән йәмғеһе
Ун ике кеше йәшәй.

Ситке өйҙөң ҡап яртыһын
Биләй ине урындыҡ.
Көнөнә нисә мәртәбә
Шунда бергә йыйылдыҡ!

Урындыҡ — йоҡо урыны,
Урындыҡ — ҙур ашхана.
Урындыҡ ул ғаиләнең
Тәхете тип һанала.

Иң түргә аяғын бөкләп
Ултыра олатайым,
Бер ситенә ҡырын төшөп
Ятыр ине атайым.

Атайҙың аяҡ осона
Ултыра ине әсәй,
Самауырҙан һәр берәүгә
Яһап бирә һөтлө сәй.

Ҡаршы яҡта оләсәйем,
Янында бала-саға,
Камауай шәкәрҙе ватып
Беҙгә өләшеп сыға.

Камзул кеҫәһендә булды
Шәкәр ярғыс әйбере,
Үҙ өлөшөн сабыр ғына
Көтөп ала һәр бере.

Атай кешегә өлөш ҙур,
Ул тәмләп кенә һура.
"Ҡасан атай булам инде", -
Ағайым әйткән була.

Тел осомда ғына инде
Камауай шәкәр тәме.
Байлыҡта ла түгел икән
Йәшәйештәрҙең йәме!

...Таралышҡас, осрашырға
Тыуған йортта йыйылдыҡ.
Атай, әсәй йылыһына
Ҡабат-ҡабат һыйындыҡ.

Өйөбөҙ артыҡ ҙур түгел,
Күңел менән һыйырлыҡ.
Йөрәгебеҙҙә йылыһы
Ғүмер буйы тойорлоҡ.

Гөлзифа Исрафилова.

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: