Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Тырышып эшләр өсөн шарттар бар

Йәшәйеште күңелгә гүзәллек тойғоһо, рухи орлоҡ һалыусы, йыр-моң аша унда илһам, дәрт уятыусы, кешеләрҙең донъяға ҡарашын үҙгәртеүсе, милли йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә хөрмәт тәрбиәләүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.

Тырышып эшләр өсөн шарттар бар
Тырышып эшләр өсөн шарттар бар

Йәшәйеште күңелгә гүзәллек тойғоһо, рухи орлоҡ һалыусы, йыр-моң аша унда илһам, дәрт уятыусы, кешеләрҙең донъяға ҡарашын үҙгәртеүсе, милли йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә хөрмәт тәрбиәләүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.
Үҙ өлкәһендә янып-гөрләп эшләүсе, рухҡа бай, әүҙем яҡташтарыбыҙҙың береһе - Зөлфиә Ғарипованың ижад донъяһында ҡайнап йәшәүенә ун өсөнсө йыл.
Зөлфиә Таһирйән ҡыҙы ун биш йыл мәктәптә балалар уҡытҡандан һуң, 2012 йылда райондың Корнеевка мәҙәниәт йортон етәкләй башлай. 2017 йылда тулыһынса төҙөкләндерелеп, күп функциялы ауыл клубы статусын алған мәҙәниәт усағында «Ашҡаҙар» башҡорт фольклор коллективы, «Ауыл таңдары» урыҫ вокал ансамбле, «Ҡурсаҡ - беҙҙең бәләкәс» ҡурсаҡ театры, «Импульс» бейеү ансамбле, «Алтын ҡулдар» түңәрәге, «Аҡ ладъя» шахматсылар клубы, «Фитнес», «Һауыҡтырыу гимнастикаһы» спорт секциялары, теннис, билъярд, волейбол һәм башҡа спорт түңәрәктәре эшләй. Уларға 5 йәшлек балаларҙан алып 80 йәшкә тиклемге ололар йөрөй.Ике ҡатлы күп функциялы ауыл клубының икенсе ҡатында фольклор, бейеү түңәрәктәре, ҡурсаҡ театры кабинеттары, фитнес залы, беренсе ҡатта экспозиция - күргәҙмә, тамаша, спорт, дискотека залдары урынлашһа, фойела бильярд, өҫтәл теннисы һәм футболы өсөн айырым урындар бар.

- Күргәҙмә залында МХО-ла ҡатнашҡан ир-егеттәр бағышланған баннер әҙерләп урынлаштырасаҡбыҙ, - ти Зөлфиә Таһирйән ҡыҙы.

Рәсәй, республика, район кимәлендә уҙған төрлө сараларҙа ҡатнашҡан ижади коллективтарҙың яулаған уңыштары байтаҡ. Быйыл улар «Бәхетле балалар - ныҡлы ғаилә» район фестивалендә гран-приға лайыҡ булды.
- Рәсәйҙә Ғаилә һәм Башҡортостанда Хәстәрлек йылы сиктәрендә төрлө концерт һәм фестивалдәр, «Йыл кешеһе», «Бөтә йөрәктән» тип исемләнгән юбилярҙарҙы ҡотлау кисәләре, август айында сәскәләр фестивале, Дәүләтҡолда билдәле яҡташыбыҙ, яҙыусы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Булат Рафиҡовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған сара, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» үтәсәк, - ти Зөлфиә Таһирйән ҡыҙы.

Ул ауыл ерендә лә тырышып, гөрләтеп эшләр өсөн шарттар булыуын билдәләп, күп функциялы ауыл клубына йәштәрҙе эшкә саҡыра.

Әңгәмәсем күңел һалып башҡарған хеҙмәтенең район кимәлендә генә түгел, республика етәкселеге тарафынан да юғары баһа алыуы артабан ижад итер өсөн ҡанат ҡуйыуын, шул уҡ ваҡытта яуаплылыҡ та өҫтәүен һыҙыҡ өҫтөнә ала.   

Тырыш яҡташыбыҙға 2014 йылда «Район мәҙәни-ял итеү учреждениеларының атҡаҙанған хеҙмәткәре» исеме бирелә. Ул 2017 йылда Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатына, 2021 йылда район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһына, 2022 йылда Республика Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хатына лайыҡ була. 2024 йылда Республика халыҡ ижады үҙәгенең Рәхмәт хаты тапшырыла.
Район-ҡала тормошо уртаһында ҡайнаған, уның үҫешенә тос өлөш индергән, йәш быуынға халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын, бай тарихын тапшырыуға көс һалған тынғыһыҙ хеҙмәт эйәһенә киләсәктә лә мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүгә бағышланған эштәренең һөҙөмтәһен күреп ҡыуанырға насип булһын!

Фото архивтан.

Тырышып эшләр өсөн шарттар бар
Тырышып эшләр өсөн шарттар бар
Тырышып эшләр өсөн шарттар бар
Тырышып эшләр өсөн шарттар бар
Тырышып эшләр өсөн шарттар бар
Тырышып эшләр өсөн шарттар бар
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: