Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ҡәҙеркәйҙәреңде белмәнем бит, йәнем...

Яҙмыштыр был.

...Һеҙҙең гәзитте яратып уҡыйым. Бигерәк тә, шәхси тормошҡа, кеше яҙмышына, ғәфү ителмәҫтәй хаталары өсөн йәне әсеп янған авторҙарҙың мәҡәләләре  оҡшай. Мин дә үҙемдең эс серемде бүлешергә булдым әле.

Миңә 63 йәш, хаҡлы ялдамын. Балалар үҙҙәре әсәй-атай, ейән-ейәнсәрҙәрем дә бар. Тик янымда түгел, сит илдә йәшәйҙәр. Биш йыл инде Рәсәйгә ҡайтҡандары юҡ.

Ҡатыным ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләне, коллективында ла хөрмәт менән ҡаҙанды. Бер ҡасан да ятып ауырыманы, больничный алманы. Мин уның һаулығының ҡоростай ныҡлы, ғүмеренең оҙаҡ булыуына ышана инем. Короновирус сире башланып, дауаханалар ауырыуҙар менән тула башлаған мәлдә, ҡатыным эштән иртәрәк ҡайтты. 35 йыл йәшәп, бер ҡасан да былай иртә ҡайтҡанын күргәнем булмағас, ғәжәпләнеп йөҙөнә баҡтым. Күҙҙәре эскә батҡан, кәүҙәһе лә бөкөрәйеп киткән һымаҡ тойолдо. Ишек төбөнә кейемдәрен элгәс, тура йоҡо бүлмәһенә йүнәлде. Бер һүҙ өндәшмәне, уфтанманы, хатта ауырығанын да әйтмәне.

Бер-ике  сәғәттәй ваҡыт үткәс, телевизорҙан айырылып, хәлен белергә булдым. Кухняла лимонлы  сәй яһаным, икмәккә ул яратҡанса, май менән сыр яҡтым. Үҙемә ҡыҙыҡ булып китте: минең бер ҡасан да уға ошондай ихтибар күрһәткәнем булмаған икән дә!

Ишекте һаҡ ҡына асып: ”Әбей, сәй эсеп алаһыңмы әллә?”,- тим.

Яуап юҡ, ябынып ятҡан пледы ла иҙәнгә шыуып төшкән.

“Ауырып киттеңме ни?” Һорауым һауала аҫылынып ҡалды. Батмусты ул дәрестәргә әҙерләнгән өҫтәлгә ҡуйып, ҡысҡырыбыраҡ өндәшәм:

  • Лимонлы сәй эсәһеңме? - йөрәгем ниҙер һиҙеп, маңлайына ҡулымды ҡуйҙым да, хәлем бөтөп, һүҙһеҙ ҡалдым. Аяҡ аҫтында ер убылғандай тойолдо, яңыраҡ ҡына, эштән ҡайтҡан ҡатынымдың тын алышы һиҙелмәй  ине. Үҙемде үҙем һиҙмәй, подъезға йүгереп сыҡтым, күрше апайҙың ишеген дөмбәҫләйем. “Тиҙ ярҙам саҡырығыҙ, Ғәшүрәгә ярҙам кәрәк!”, тип асырғынып ҡысҡырам.

Ҡатынымды моргҡа алып киттеләр. Был көндәрҙе хәтерләгем килмәй, минең өсөн донъя һүнде, йәшәү бөттө. Әсәләрен күмергә ҡайта алманы ҡыҙҙарыбыҙ, йәйгеһен ҡайтырға тырышырбыҙ тип тынысландырҙылар мине. Тик йәйгеһен, ҡышҡыһын да тыуған ҡалаларына ҡайтырға, әсәләренең ҡәберенә булһа ла барырға ваҡыт бүлә алманылар.

Мин бөгөн япа-яңғыҙ. Кис етһә, Ғәшүрәнең кейемдәрен ҡосаҡлап, уның еҫен иҫемә төшөрөргә теләп, үкһеп илайым. Тере сағында күрһәтмәгән иғтибар, наҙ өсөн үҙемде әрләйем. Хәләлдәрегеҙҙең тере сағында ҡәҙерен белегеҙ, бер йылы һүҙ әйтеп булһа ла, күңелен күтәрегеҙ. Үкенескә ҡалмаһын...

Мөхәммәт ағайығыҙ.

Ҡәҙеркәйҙәреңде белмәнем бит, йәнем...
Ҡәҙеркәйҙәреңде белмәнем бит, йәнем...
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: