Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

ҠАЙТАМ ТАҒЫ АТАЙ ЙОРТОНА

Ауылыма оҙаҡ ҡайталмаһам,Күңелемдән сыҡҡан йыр тына.Йырҙарымды эҙләп юлға сыҡһамЮлым илтә атай йортона.

ҠАЙТАМ ТАҒЫ АТАЙ ЙОРТОНА
ҠАЙТАМ ТАҒЫ АТАЙ ЙОРТОНА

Ауылыма оҙаҡ ҡайталмаһам,
Күңелемдән сыҡҡан йыр тына.
Йырҙарымды эҙләп юлға сыҡһам
Юлым илтә атай йортона.

Оҙон юлдар үтеп, өйгә ҡайтһам,
Шунан да ҙур бәхет юҡ кеүек,
Иңдәремдә, гүйә, ҡанат кеүек,
Шатлығымдың сиге юҡ кеүек.

Иртән уянам да, күҙҙәремде
Асырға ла ҡурҡып ятамын.
Әсәм ҡулы, бешкән икмәк еҫе -
Мин бит һеҙҙе һағынып ҡайтамын!

Тыуған йорттоң тупһаһына баҫһам,
Йөрәгемдә яңы йыр тыуа.
Бәхетемде эҙләп юлға сыҡһам,
Ҡайтам тағы атай йортона.

Фирүзә Абдуллина

Л.Хәйруллина фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: